Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Апрель 2021, 17:55

"Инешкә ҡайтыу" ниҙәр хаҡында һөйләй?

Бөгөнгө Милли кейем байрамынан Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе лә ситтә ҡалмаған.

Бөгөнгө Милли кейем байрамынан Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе лә ситтә ҡалмаған.
Ойошма алдындағы майҙанда артистар ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар менән аралашҡан, милли кейемдәр элементтары буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биргән. Милли биҙәүестәрҙән торған күргәҙмә лә ойошторолған.
Филармония артистары “Инешкә ҡайтыу” исемле видеороликта республикабыҙ халыҡтарының милли кейеме тураһында мәғлүмәт тәҡдим иткән. Бында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәк өҫтөнән кейелә торған биҙәүесе – һаҡал йәки селтәр, алмиҙеү тураһында, рус ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме, татар ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме – ҡалфаҡ, сыуаш ҡатындарыныҡы тухья хаҡында белешмә алырға мөмкин.
Ҡаланың башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйылған төрлө спектаклдәрҙәге милли кейемдәргә байҡау яһалған видеоролик та бик ҡыҙыҡлы һәм бай мәғлүмәтле булған.
Мәғлүмәт, фотолар Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән алынды.
Читайте нас