Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Апрель 2021, 16:00

"Тарих төпкөлөнән килгән сәләм кеүек..."

– Беҙҙең ғаиләлә быуындан быуынға нағышлап сигелгән ашъяулыҡ күсә килә. Уны ҡулыма алған һайын тетрәнеү кисерәм...

Милли кейем – быуаттар төпкөлөнөн килгән мираҫ, рухи-эстетик ҡиммәттәрҙең сағылышы. Республикабыҙҙа Милли кейем көнөн билдәләнгәндә Рус дәүләт академия драма театры артистары Айгөл Шакирова менән Рөстәм Ғайсин социаль селтәрҙә тура эфирға сыҡты һәм милли кейем, уның сәхнәләге сағылыштары, әһәмиәте хаҡында ҡыҙыҡлы әңгәмә ойошторҙо.
Айгөл Шакирова театр сәхнәһендә оҙаҡ йылдар дауамында ҡуйылған, тамашасыларҙың хәтерендә сағыу тамаша булып ҡалған “Ҡара юрға” (“Черный иноходец”) спектаклендә төп ролдәрҙең береһен - Маҡтымһылыуҙы башҡарған. Был театраль фантазияның нигеҙендә башҡорт халыҡ легендалары ята, уларҙы яҙыусы, драматург Ғәзим Шафиҡов үҙенсәлекле әҫәр итеп туплаған. Спектакль кешелектең тәбиғәт менән берлегенә, илаһи гармонияға мәҙхиә булып тора һәм тәбиғәт ҡанундарының бер генә ҡануны боҙолһа ла, бының ҙур фажиғәгә килтереүе ихтималлығын күҙаллай.
Кешеләрҙең ҡанһыҙлығы, ырыу уйлап сығарған мәғәнәһеҙ тәртиптәр мөхәббәткә кәртә булып тора аламы? Ике ғашиҡ йөрәк, Маҡтымһылыу менән Әбүләй, ошо вәхшилеккә ҡаршы сыға, улар Ерҙәге ығы-зығынан юғарыраҡ була бара һәм Ҡош юлы буйлап Ер менән Күк ҡушылған урынға ашыға...
Айгөл Шакирова спектаклдәргә әҙерләнгән осорҙа, ғәҙәттә, артистарҙың репетицияға уңайлы әйберҙәрҙә йөрөүен, ә инде сәхнә костюмдары әҙер булғас, пьесаға ҡараш ҡына түгел, сәхнәләге үҙ-үҙеңде тотоу ҙа бөтөнләй үҙгәрә, тип белдерҙе.
"Сәхнә костюмы – актерҙың айырылғыһыҙ өлөшө, уның булмышын сағыуыраҡ асҡан ғәмәл. Ә милли кейем – халыҡ хәтирәһе, быуаттарҙан быуаттарға күсә килгән мираҫ, беҙҙән алда йәшәгән ырыуҙаштарыбыҙҙың сәләме, халыҡтың үҙбилдәләнешен сағылдырған төшөнсә.
Һис шикһеҙ, милли кейемдең, милли әйберҙәрҙең ҡеүәте, көсө бар. Мәҫәлән, беҙҙең ғаиләлә быуындан быуынға нағышлап сигелгән ашъяулыҡ күсә килә. Уны ҡулыма алған һайын тетрәнеү кисерәм – тарихтар төпкөлөнән сәләм килеп еткән кеүек.
...“Ҡара юрға” спектакле өсөн сәхнә костюмдарын килтергәс, уларҙы тәүге тапҡыр кейеп ҡарағас, башҡорт халҡының милли биҙәктәре сағыулығынан күҙҙәр ҡамашҡайны. Һис шикһеҙ, был сәхнәлә айырым мөхит тыуҙыра, артистың булмышын да ойоштора, яуаплылыҡ өҫтәй, ролгә нығыраҡ инергә ярҙам итә. Ошо спектаклде Киевҡа, халыҡ-ара фестивалгә алып барғас, спектаклдән һуң беҙҙе төрлө ил вәкилдәре оҙаҡ ебәрмәй торҙо, улар башҡорт халыҡ кейеменең үҙенсәлектәре менән төпсөнөп, нескәлектәрен өйрәнеп, фотоға төшөрөп алды.
Бигерәк тә бай биҙәкле баш кейеме, түшелдеректәр хайран ҡалдырҙы уларҙы. Әммә был сәхнә кейеме икәнлеген оноторға ярамай. Маҡтымһылыуҙы уйнағанда минең кейемем күлдәккә лә, сәскәле болонға ла, тирмәгә лә әүерелә ине. Был – образ талабы. Шуға күрә сәхнә кейеме милли кейем менән бар аныҡлығында тап килергә тейеш түгел, ул сағылыш ҡына", - тине Айгөл Шакирова.
Театр сәхнәһендә уңышлы барған “Аҡбуҙат” рок-операһында уйнаған Рөстәм Ғайсин иһә бала саҡ хәтирәләре менән бүлеште.
"Элек һабантуйҙарҙа ат сабышында ҡатнашыу өсөн мотлаҡ милли стилдәге ҡайыш яһау кәрәк ине. Был ярышҡа ниндәйҙер үҙенсәлекле төҫ бирә. Милли кейем – һәр халыҡтың йөҙө, уны һаҡлау, яҡлау мөһим. Һуңғы осорҙа эшлекле заман кейемдәрендә лә милли кейем элементтарын киң ҡулланалар – миңә ҡалһа, был бик отошло күренеш, тыуған ергә, халыҡҡа ҡарата хөрмәт өлгөһө", - тине Рөстәм Ғайсин.
Артистар тура эфирҙы Рус дәүләт драма театрының музейынан алып барҙы, төрлө йылдарҙа сәхнәгә сыҡҡан күркәм костюм өлгөләрен күрһәтте һәм республика халҡын Милли кейем көнө менән ҡотланы.
Фото: тура эфирҙан скриншот.
Читайте нас