Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Апрель 2021, 17:30

Азамат Ғиләжев вафат булған...

Хушлашыу урыны билдәле.

Тағы ла ҙур юғалтыу – республика мәҙәниәтенең билдәле вәкиле, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, театраль рәссам Азамат Лоҡман–Хәким улы Ғиләжев 65 йәшендә вафат булып ҡалды, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы.
Азамат Ғиләжев төрлө йылдарҙа Рус академия драма театрында, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры, Өфө “Нур” татар дәүләт театры кеүек республиканың алдынғы театрҙарында рәссам-ҡуйыусы, баш рәссам кеүек вазифаларҙа төрлө йылдарҙа эшләгән.
Азамат Ғиләжев менән хушлашыу 19 апрелдә көндөҙгә сәғәт 12-лә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе алдындағы майҙанда уҙасаҡ.
“Башҡортостан” гәзите Азамат Ғиләжевтың яҡындарының һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлаша.
Фото: Башинформ.
Читайте нас