Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Апрель 2021, 05:30

Мәҙәни мираҫ объекты тәртипкә килтерелде

Өмәлә Ыҫлаҡбаштан ғына түгел, яҡын-тирәләге ауылдарҙан да 20-гә яҡын ирекмән ҡатнашты.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары хаҡында хәстәрлек көнө” акцияһы барышында Бәләбәй районының Ыҫлаҡбаш ауылындағы Константин Иванов исемендәге музей биләмәһе тәртипкә килтерелде.
“Был биләмә төҙөкләндереү объекты итеп осраҡлы һайланманы – сыуаш әҙәбиәте классигы Константин Ивановтың йорто мәҙәни мираҫ булып тора, ә халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының һәм “Мәҙәниәт ирекмәндәре” программаһының төп бурыстарының береһен тәшкил итә”, – ти тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре.
Өмәлә Ыҫлаҡбаштан ғына түгел, яҡын-тирәләге ауылдарҙан да 20-гә яҡын ирекмән ҡатнашты. Сара биләмәне таҙартыу һәм төҙөкләндереү менән генә сикләнмәне, теләгәндәргә музей буйлап экскурсия һәм оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.
Читайте нас