Өфө ҡалаһының 26-сы модель китапханаһы йәш шағирҙар, тәү башлап ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн “Тыуған яҡ таланттары” тип аталған видеоконкурс ойоштора. Халыҡ яҙыусыһы Рауил Шаммас, шиғри бәйгенең партнеры булараҡ, еңеүсене махсус приз һәм шәхси автографлы шиғырҙар йыйынтығы менән бүләкләйәсәк.