Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың атҡаҙанған хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратованың “Юлдарында гөлдәр үҫкән...” тип аталған юбилей кисәһе уҙҙы.
Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова Гөлдәр Сабит ҡыҙына ҡотлау телеграммаһын ебәргән, сарала уны уҡып ишеттерҙеләр. Юбилярҙы ҡотлап Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова, билдәле рәссам Фәзрахман Исмәғилев, драматург Наил Ғәйетбаев, республика музейҙары һәм театрҙары етәкселәре, яҡташтары, уҡыусылары, хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары сығыш яһаны.
Байрам концертында Флүрә Килдейәрова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Әнисә Яхина, Илһөйәр Ғәзетдинова, Светлана Хәкимова, Илдар Ғүмәров, Әлим Ҡәйүмов, Рәзифә Динмөхәмәтова, Заһир Шәйәхмәтов, Илшат Яхин, Алһыу Бәхтиева, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары ҡатнашты.
Кисәлә Гөлдәр Сабит ҡыҙының кешелеклеге, ябайлығы, оҫта һәм аҡыллы етәксе булыуы, хеҙмәт яратыуы, алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшеүе һәм башҡа бик матур сифаттары тураһында йылы һүҙҙәр әйтелде. Шулай уҡ юбилярға изге ғәмәлдәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, уға ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскәләр бүләк иттеләр.