Журналист кешегә иң ҡыйыны – таныштары тураһында яҙыу, сөнки кешенең күңел төбөндә генә һаҡланған ҡайһы бер күңел серҙәрен асып һалыуҙан, ғүмерлек яраһын яңынан ҡуҙғатыуҙан ҡурҡаһың. Икенсе яҡтан, тап ошондай яҙмалар гәзит уҡыусының йөрәгенә үтеп инә, еңел уҡыла. Бөгөн беҙҙең редакция ҡунаҡтары – Дания менән Марсель Нәжметдиновтар. Улар башҡорт эстрадаһына бынан ике йыл элек килеп инде лә шунда уҡ халыҡ күңелен яулап алды. Ә Марсель Нәжметдиновтың билдәле йырсы Виктор Цойҙың йырҙарын башҡортса башҡарыуы уны Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә танытты. Был хаҡта һандар һөйләй. Марсель башҡарыуында Цойҙың йырҙарын Интернет селтәрендә 5 миллиондан ашыу кеше ҡараған. Ә тәржемәне Дания эшләгән.
– Дания, беҙҙең танышыуға 27 йыл булып киткән. 1994 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһында бер класта уҡыныҡ. Шул ваҡытта уҡ һин “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе инең. Барыбыҙ ҙа һине сәнғәт юлын йә журналистиканы һайларһың тип фаразлай инек. Ғөмүмән, бала сағың тураһында һөйлә әле.
– Мин Учалы районының Сәфәр ауылында тыуғанмын. Бала саҡтан шиғри күңелле бала булдым. “Йәншишмә” гәзитендә, үҙебеҙҙең район гәзите “Яйыҡ”та мәҡәләләрем, шиғырҙарым баҫылып торҙо. Ауылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзилә Ҡәләмова бик көслө булды. Яҙыусылар менән осрашыуҙарҙы йыш ойоштора ине. Яҡташтарыбыҙ Фәрит Хәсәнов, Мәүлит Ямалетдинов беҙҙең мәктәптә йыш сығыш яһаны. Уҡытыусым, гел ниндәйҙер яңы маҡсаттар ҡуйып, ҡыҙыҡһындырып, мине дәртләндереп торҙо.
Бейеү менән ихлас шөғөлләндем. Хатта “Учалы йәшмәләре” тип аталған ансамбль менән Ҡалмыҡстанға ла барып ҡайттыҡ. Ул ваҡытта мин бейеүсе булырға хыялландым. Ә 1994 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһына уҡырға килдем. Был уҡыу йорто минең киләсәккә маҡсаттарымды үҙгәртте. Математика һәм химия менән мауыҡтым. Бер ниндәй ауырлыҡһыҙ Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға индем. Бер йыл уҡығас, был һөнәр минеке түгеллеген аңлап, Өфө дәүләт сервис институтында химик-эколог һөнәрен үҙләштерҙем.
Ул ваҡыттағы дыуамаллығыма хәҙер үҙем аптырайым. Һөнәрем буйынса Рәсәй Фәндәр академияһында, унан Өфө заводтарының береһендә эшләп алдым. Тәүге никахым тарҡалғас, тыуған яғыма ҡайтырға булдым. Учалы тегеү фабрикаһында, унан Саңғалыҡ диорит компанияһында эшләнем.
Марсель менән тап ошо ваҡытта таныштыҡ та инде. Әйткәндәй, гимназияла шиғырҙар ижад итә инем. Хәтерләйһеңме, көрән блокнотымды ҡыҙҙар ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый торғайны. Ә бына студент йылдарында, унан һуңғы осорҙа ла ижади ҡомар бөтөнләй һүрелде. Марсель менән танышҡас ҡына, шиғырҙар яңынан үҙенән-үҙе күңелгә килә башланы.
– Белеүемсә, һеҙҙең танышыу тарихы ла бик ҡыҙыҡлы. Әйҙәгеҙ, гәзит уҡыусыларға ла һөйләйек.
– Беҙ ДТП-ла таныштыҡ. Тегеү фабрикаһында эшләгән мәлемдә машиналар өсөн яуаплы инем. Бер көн Марсель шәхси автомобилендә фабриканың автобусына килеп бәрелгән. Был осраҡтан һуң ЮХХДИ һәм страховка компанияһының юлын оҙаҡ ҡына бергәләп тапаныҡ.
– Әммә әйтер һүҙҙәр әйтелмәне, беребеҙ ҙә тәүге аҙымды эшләргә ҡыйманы. Ә бына бер нисә айҙан тағы ла осраҡлы ғына осраштыҡ та, башҡаса яҙмышты һынаманыҡ. Бөгөн беҙ – бәхетле атай һәм әсәй.
– Марсель, ә һеҙҙең бала сағығыҙ ҡайҙа үтте? Һеҙҙең дә ижади юлығыҙ урау-урау һуҡмаҡтар аша оло юлға сыҡҡан бит.
– Данияны осратмаһам, бәлки, сәхнәгә сығыу шулай хыял ғына булып ҡалыр ине.
Учалы ҡалаһында тыуып үҫтем. Мәктәптән һуң электр-механик һөнәрен үҙләштерҙем дә 18 йыл заводта ошо һөнәр буйынса эшләнем. Армиянан һуң үҙемә гитара һатып алып, уйнарға өйрәндем. Дуҫтар менән осрашҡанда, табындарҙа гел йырлай инем.
Биш йыл элек микрофон, колонка һатып алдыҡ та, йырҙарымды яҙҙырып, социаль селтәрҙәргә һала башланыҡ. Уларҙы тәү сиратта туғандар, дуҫтар ҡарап, мине ҡунаҡтарҙа йырларға саҡыра башланылар. Ауылдарҙа үткән концерттарға ла йыш саҡырҙылар.
Дания менән һөйләшеп, юбилейҙар, кисәләр үткәрергә ҡарар иттек. Аппаратураны яңырттыҡ. Яйлап эш урынынан ҡуҙғалды. Былтыр сәнғәт колледжына вокал буйынса уҡырға индем. Бер йыл элек Учалы филармонияһына эшкә алдылар. Тәүҙән үк батырыраҡ булып, үҙ юлымды дөрөҫ һайларға кәрәк булған. Әммә тормошомдоң ошондай боролош алғанына үкенмәйем.
– Дания, һин, Марсель менән ҡауышҡас, шиғырҙар үҙенән-үҙе күңелгә килә башланы, тинең. Тәүге йырығыҙҙы яҙыу тарихы менән дә уртаҡлашығыҙ әле.
– Бынан ике йыл элек эштән арып ҡайтып килә инем, шиғыр юлдары тыуҙы. Әйберҙәремде ергә ҡуйып тороп, Марселгә телефон аша яҙып ебәрҙем. Мин ҡайтып етеүгә, көй яҙылғайны. Гитарала уйнап, бергә йырлап ҡарағайныҡ, үҙебеҙгә оҡшаны. Студияға барып тыңлаттыҡ. Улар ҙа хупланы, аранжировка ла эшләп бирҙеләр. Халыҡ та йырҙы яратып ҡабул итте. Социаль селтәрҙәрҙә күптәр ыңғай фекер ҡалдырҙы. Әле һигеҙ йырыбыҙ бар, ҡыҙыбыҙ Даринаға бағышлап ике йыр яҙҙыҡ. Яҙылып бөтмәгән йырҙар күп. Уларҙы тамамлап, тамашасы хөкөмөнә сығараһы бар әле.
– Һеҙҙе халыҡ тәү сиратта социаль селтәрҙәр аша күреп-белгән. Тап Интернет ярҙамында билдәлелек яулағанһығыҙ.
– Тап шулай. 2019 йылда Силәбелә йәшәгән Әлфизә апай Хиләжева дуҫ булараҡ өҫтәлде лә, беҙҙең ижад менән танышҡас, “концерт менән килегеҙ” тип саҡырҙы. Ауылдарға билдәле артистар барып етмәй. Ауыл кешеһенең донъяһын ҡалдырып, ҡалаға концертҡа сығып китергә форсаты юҡ. “Халыҡ моңға сарсаған”, – тип Әлфизә апай беҙҙе дәртләндереп ебәрҙе. Шулай итеп, тәүге гастролебеҙгә сығып киттек.
– Миңә алып барыусы һөнәрен үҙләштерергә, сценарий яҙырға кәрәк булды. Хима Йәнбирҙина менән Марат Усмановты алдыҡ та, дүртәүләп сәхнә тултырып концерт ҡуйҙыҡ. Былтыр Яңы йыл каникулында иһә өс көндә биш ауылда сығыш яһаныҡ! Халыҡҡа оҡшаны. 8 Март байрамына тағы ла саҡырып ҡалдылар. Ул мәлдә өс көндә һигеҙ концерт ҡуйҙыҡ! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия пландарҙы емерҙе. Гастролдәрҙе туҡтатып торорға тура килде. Хәҙер тулы көс менән йәнә эшләй башларбыҙ, тип уйлайбыҙ.
– Үҙебеҙҙең йәштәштәр өсөн дискотекалар ойошторабыҙ. Учалы, Белорет райондарында, Силәбе өлкәһендә бындай сараларҙы яратып өлгөрҙөләр.
– Биш миллиондан ашыу кеше ҡараған йырҙар тураһында ла әйтеп китәйек.
– Марсель, ғөмүмән, төрлө телдәрҙә йырларға ярата. Репертуарында ғәрәп, ҡаҙаҡ, һинд, таджик йырҙары бар. Цойҙың бер йырын башҡортсаға тәржемә иткәйнем, Марсель яҙҙырып социаль селтәрҙәргә һалды. Был яҙма шундай популярлыҡ яулар тип уйламағайныҡ.
– Бер нисә көн эсендә Интернет селтәре гөрләй башланы. Ҡайһы тарафтан ғына яҙманылар. Цойға ҡул һуҙмағыҙ, тиеүселәр ҙә табылды. Әммә һәйбәт, кәйефте күтәргән яҙмалар барыбер күберәк ине. Тәүге йыр шундай популярлыҡ яулағас, тағы бер нисәһен тәржемә иттек.
– Киләсәккә ниндәй пландар ҡораһығыҙ?
– Ғаилә именлеге булһын. Бер-береңде ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап йәшәүгә бер ни етмәй. Икебеҙҙең дә икенсе никах. Быға тиклем йәшәлгән ғүмер, хаталарҙы аңлап, эргәләге кешеңдең ҡәҙерен белергә, хөрмәт итергә өйрәтте. Беҙгә бәхет һынауҙар аша килде. Ошо бәхеттән айырмаһын ине Хоҙай Тәғәлә.
– Донъяла һәр кем үҙ ишен, үҙ юлын табып йәшәргә тейеш. Шул саҡта ғына үҙеңде бәхетле итеп тояһың икән. Ижади ҡомар ташып тора. Пандемия тамамланып, ҡолас йәйеп эшләр мәлде көтәбеҙ.