Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Апрель 2021, 12:53

Шау моң икән Дим һәм Өршәк буйҙары!..

Ниғмәт Шоңҡаров иҫтәлегенә үткәрелгән фестиваль-конкурс таланттарҙы йыйҙы.

Әлшәй районының Ташлы ауылында башҡорт фольклорсыһы Ниғмәт Шоңҡаров иҫтәлегенә Дим-Өршәк буйы халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Дим моңо” төбәк фестиваль-конкурсы үтте. Ике йылға бер тапҡыр уҙғарылған был сара быйыл алтынсы тапҡыр халҡыбыҙ моңдарын яратыусыларҙы йыйҙы. Унда Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә, Шишмә райондарынан 30-ҙан ашыу талант ҡатнашты.


Әлшәйҙәр шәхестәрен онотмай


Мәҡәләнең башында фестиваль-конкурс­ҡа исем биргән шәхестең тормош һәм ижад юлына байҡау яһап, уның халҡыбыҙ мәнфә­ғәтендә башҡарған бихисап матур эштәрен барлап үтеү һис тә яҙыҡ булмаҫ. Ниғмәт Динәхмәт улы Шоңҡаров 1931 йылдың ғинуарында Әлшәй районының Ташлы ауылында тыуған. Ул – билдәле башҡорт фольк­лорсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Буласаҡ фольклорсы Ташлы ете йыллыҡ мәктәбендә һәм Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта уҡый. Артабан К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлап, Дәүләкән районының Ивановка урта мәктәбендә, тыуған ауылы мәктәбендә уҡыта. 1958–1990 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Тап ошо осорҙа ул ныҡлап халыҡ ижады, фольклор өлгөләре менән ҡыҙыҡһына башлай, 40-тан ашыу фольклор экспедицияһында ҡатнаша. Ниғмәт Шоңҡаров республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәрендә йөрөп сығыуҙан тыш, Татарстандың башҡорт халҡы күпләп йәшәгән Баулы, Бөгөлмә, Минзәлә райондарында, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Силәбе, Свердловск өлкәләрендә, Пермь крайында тикшеренеүҙәр үткәрә, халыҡ күңелендә һаҡланған үҙенсәлекле фольклор һәм ижад өлгөләрен яҙып ала.
Әлеге экспедицияларҙа йыйылған бай материал эшкәртелеп, системаға һалынып, 30 томға туплана. Халыҡтан йыйылған рухи һәм яҙма ҡомартҡыларҙы тейешле аңлатма менән тәьмин итеү эшенә лә бик етди ҡарай ул. Бөгөн Ниғмәт Шоңҡаров йыйған фольклор материалдары “Башҡорт халыҡ ижады” йы­йын­тығында, “Башҡорт музыкаль мәҙәниәте ҡомартҡылары”нда, башҡорт фольклоры монография тикшеренеүҙәрендә, дәреслек­тәрҙә һәм уҡыу әсбаптарында урын алған.
Шулай уҡ Н.Д. Шоңҡаров 300-ҙән ашыу иҫке баҫманы һәм ҡулъяҙмаларҙы йыя, улар Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт инсти­туты әҙәби бүлегендә һаҡлана. Инсти­туттың тауыш яҙыу кабинетында 1500 самаһы аудиояҙма һаҡлана, уларҙы Ниғмәт Динәхмәт улы фольклор экспедициялар барышында шәхсән үҙе яҙҙырып алған.
2009 йылдан үткәрелеп килгән “Дим моңо” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы­ларҙың конкурсына 2013 йылда Ниғмәт Шоңҡаровтың исемен бирергә ҡарар итәләр. Бының менән яҙыусы Рәйес Низамовтың, Рәсәй Геройы Баян Нафиҡовтың тыуған тө­йәге булған Ташлы ауылы халҡы тағы бер билдәле ауылдаштарының – туған халҡына бай мираҫ ҡалдырған фольклорсының исемен мәңгеләштереү буйынса матур өлгө күрһәтә.


Бында ҡомартҡылар ҡәҙерләп һаҡлана


Фестиваль-конкурстың ҡунаҡтарын Ташлы ауылы мәҙәниәт йорто алдында “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле дәртле таҡмаҡтар менән ҡаршы алды. Фойела милли кейемдәр, ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә әҙерләнгән ине. Бындағы ҡайһы бер өлгөләр ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Мәҫәлән, Сурай ауылынан Зөбәржәт Ғәбделмәнова өләсәһе Зөлхизәнең Бөйөк Ватан һуғышына тиклем сиккән таҫтарын, 1947 йылда тегеп сиккән алъяпҡысын, 1948 йылда эшләгән өрлөксәһен ҡәҙерләп һаҡлай. Раевканан Фәнүрә Нәжметдин ҡыҙы Ғәлиеваны был төбәктә ҡул эштәре оҫтаһы булараҡ беләләр. Уның төрлө әйберҙәр һаҡлауға ҡулай­лаштырып эшләгән тирмә рәүешендәге ҡумталары, мәрйен, сәйлән менән биҙәп яһаған картиналары, милли биҙәүестәре – күҙҙең яуын алырлыҡ. Иҙрис ауылынан Рәйсә Сәхибгәрәй ҡыҙы Мөфтиева ла – халҡыбыҙ ҡомартҡыларын ҡәҙерләп һаҡлаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе. Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡас, бөгөн мәҙәниәт усағы мөдире булараҡ, ауылдаштарының тормошон биҙәп йәшәүҙән йәм таба.
Быйылғы конкурстың баһалама составында филология фәндәре докторы, профессор, сәсәниә Розалия Солтангәрәева, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтанова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәнова һәм Раевка ауылындағы Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы Гөлназ Хәкимова эшләне.
Фестивалгә халыҡ сәсәниәһе, фән докторы, баһалама төркөмө рәйесе Розалия Солтангәрәева һәм Әлшәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов фатиха бирҙе. Айҙар Тимерхан улы сығы­шында бөгөнгө глобализация шарттарында үҙ йөҙөбөҙҙө, милли асылыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ошоноң ише конкурстар үткә­реүҙең мөһим әһәмиәткә эйә булыуын айырып билдәләне. “Был конкурста ҡатна­шыусылар башлыса беҙҙең Дим, Өршәк буйҙарында таралған йырҙарҙы башҡара, шуның менән улар Ниғмәт ағай Шоңҡаров алып барған изге эште дауам итә”, – тип билдәләне хакимиәт башлығы урынбаҫары Айҙар Тимерхан улы. Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы яҡташтарына Ниғмәт Шоңҡаров кеүек олуғ шәхестәребеҙҙең яҡты хәтерен ҡәҙерләп һаҡлауы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм киләсәктә әлеге конкурс-фестивалдең республика кимәленә сығыуын теләне. Райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Мирғәсим Факил улы Әкимбәтов ҡатнашыусыларға матур сығыш яһауҙарын, дәрт-дарман теләне һәм әлеге сараның бағыусыларына – Зарипов, Шәймөхәмәтов, Ғәбдрәҡиповтың шәхси эшҡыуарлыҡ ойошмаларына рәхмәт белдерҙе. Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәнова, халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау, үҫтереү һәм киңерәк танытыу йәһәтенән өлгө булырлыҡ эштәр башҡарған Әлшәй халҡына рәхмәт белдереп, район хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафин исеменә яҙылған Рәхмәт хаты тапшырҙы.


Дим моңдары тынмай яңғыраны


Үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, конкурстың төп маҡсаты – Дим, Өршәк буйҙары халҡы тарафынан сығарылған йырҙарҙы, ошо төбәккә генә хас мәҙәни үҙенсәлекте һаҡлауға, өйрәнеүгә, киләсәк быуындарға тапшырыуға булышлыҡ итеү. Шуға күрә был көндә Ташлы ауылы мәҙәниәт йорто сәхнәһенән тап Дим, Өршәк буйҙарына хас һалмаҡ һәм хисле, дәртле һәм шаян йырҙар ағылды ла ағылды.
Конкурс ике йәш төркөмөнә бүлеп ойошторолдо. 16 йәшкә тиклемгеләр араһында беренсе урын – Әлшәй районының Сурай ауы­лынан Нәркәс Ларынбаеваға, икенсе урын – Раевка ауылынан Динис Дәүләтовҡа, өсөнсө урын шулай уҡ Раевканан Камилла Хурамшинаға бирелде. Өлкәндәр төркө­мөндә Миәкә районынан Хәннәү Садыҡов – беренсе, Әлшәй районынан Айгөл Нуриәх­мәтова менән Миәкә районынан Фидан Шафиҡов – икенсе, Әлшәй районынан Әлифә Аҫылгәрәева менән Дәүләкәндән Минислам Солтанғәлиев өсөнсө урында билдәләнде. Конкурс-фестивалдең Гран-прийына Әлшәй районының Себенле ауылынан Тания Миң­леғолова лайыҡ булды. Быйылғы сараның иң өлкән ҡатнашыусыһы булып Әлшәй районының Себенле ауылынан 77 йәшлек Шәкир Зарипов танылды. Әл­шәй ра­йонынан Гөлнур Батталова, Римма Мәх­мүтова, Әниф Мирхәйҙәров, Зөбәржәт Ғәб­­делмәнова, Шишмә районынан Ризидә Әхмәтшина, Миәкәнән Вәхит Нәбиуллин, “Кү­гиҙел” ансамбле (етәксеһе – Зинира Урманшина) төрлө номинацияларҙа бил­дәләнде.
Халыҡ йырҙарын башҡарыусылар ара­һында яңы таланттар асыуҙы, йәш быуында оҙон көйҙәребеҙгә, милли мираҫыбыҙға һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған мәртәбәле фестиваль-конкурстың ойоштороусылары – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Әлшәй районы хакимиәте. Әлбиттә, сараны башынан аҙағынаса уйлап, фестиваль-конкурсты ысын мәғәнәһендә милли рухтағы халыҡ байрамына тиң итеп ойош­тороуға ҙур өлөш индергән Ташлы ауыл Советы рәйесе Айнур Фәрит улы Мурзиндың, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең, уның тынғыһыҙ етәксеһе Сәриә Рәсүл ҡыҙы Мурзинаның, халыҡ моңона битараф бул­маған урындағы рухлы әүҙемселәрҙең ты­рышлығын да баһаламау мөмкин түгел. Ана шулай үҙебеҙ берҙәм булһаҡ, халҡыбыҙҙың милли асылына тоғролоҡ һаҡлаһаҡ, тари­хыбыҙҙы, йыр-моңдарыбыҙҙы белһәк һәм өйрәнһәк, уларҙы йәш быуынға тапшырыуға өлгәшһәк, туған телебеҙҙә һөйләшһәк, башҡортса йырҙар йырлаһаҡ, китаптар, милли матбуғат уҡыһаҡ, иртәгәбеҙ, йәғни милләтебеҙҙең киләсәге өмөтлө, ышаныслы, ныҡлы булыр!


Әлшәй районы.
Читайте нас