Яр Саллы ҡалаһының тарих-крайҙы өйрәнеү музейы тарафынан ойошторолған “Волга буйы халыҡтарының этносы һәм мәҙәниәте” төбәк-ара күргәҙмә проектына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы “Волга буйы халыҡтарының этносы һәм мәҙәниәте. Башҡорттар” тип аталған күргәҙмәне тәҡдим итә. Ул республикабыҙға исем биргән аҫаба халыҡтың үҙенсәлекле матди һәм рухи мәҙәниәте, тарихы менән таныштыра.
Күргәҙмә тарих һәм этнография бүлектәренән тора. Экспозицияла төп урынды Шүлгәнташ мәмерйәһендә алып барылған археология тикшеренеүҙәре мәлендә табылған экспонаттар биләй. Был тәбиғи һәйкәлдең үҙенсәлеге палеолит дәүеренә ҡараған (яҡынса 39 мең йыл элекке) һүрәттәр тәшкил итеүен барыбыҙ ҙа беләбеҙ.
Күргәҙмәлә башҡорт халҡының төбәктең XVIII быуаттағы иҡтисади тормошона индергән өлөшөнә ҡағылышлы, шулай уҡ рухи мәҙәниәт ҡомартҡылары – яҙма, архитектура, мәғрифәт өлгөләре урын алған. Шулай уҡ башҡорттарға ҡағылышлы хәрби тарих та бай сағылыш тапҡан: уларҙың 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы тасуирлана.
Күргәҙмәнең икенсе бүлегендә башҡорт халҡының XIX быуаттағы, XX быуат уртаһындағы декоратив-һынлы сәнғәт өлгөләре менән танышырға мөмкин. Бында башҡорт костюмы өлгөләре, биҙәүестәре, баш һәм аяҡ кейемдәре ҡуйылған. Аҙна һайын онлайн-форматта видеоэкскурсиялар, археологтар менән осрашыуҙар, башҡорт халҡының тормошо буйынса лекторийҙар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.
Күргәҙмә 29 июнгә тиклем эшләйәсәк.