Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Апрель 2021, 17:20

"Театраль Волга буйы" еңеүселәре бүләкләнде

Фестивалдә Башҡортостан йәштәре лә һынатманы: "Браво" театры студияһы һәм Яна Яблокова өсөнсө урындарға лайыҡ булды.

Ижевск ҡалаһында "Театраль Волга буйы" фестиваленең еңеүселәрен тәбрикләнеләр.
Тантанала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округы вәкиле Игорь Комаров, Удмурт Республикаһы Башлығы Александр Бречалов, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, театр әһелдәре, проекттың генераль бағыусылары ҡатнашты.
"Театраль Волга буйы" фестивале үҙенсәлекле социаль һәм мәҙәни күренеш булып танылды. Барлыҡ ҡатнашыусыларға битараф булмағандары, һәләттәре һәм тормошобоҙға сағыу биҙәктәр өҫтәгәндәре өсөн рәхмәт", - тине Игорь Комаров.
Ул шулай уҡ рәхмәт һүҙҙәрен фестивалдең ойоштороусыларына, остаздарына ла еткерҙе.
2020-2021 йылғы миҙгелдә Волга буйы федераль округы төбәктәренән йәмғеһе 416 ижади төркөм ҡатнашты. Уларҙың араһында 157-һе йәштәрҙән торған коллектив булһа, 256-һы - мәктәп театрҙары.
Башҡортостандар был бәйгелә һынатманы: Бәләбәйҙән "Браво" йәштәр театры студияһы "Әлинур" спектакле менән өсөнсө урын яуланы, ә 6 йәштән алып 17 йәшкә тиклемгеләр араһында үткәрелгән афишалар һәм плакаттар конкурсында яҡташыбыҙ Яна Яблокова шулай уҡ өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Фото: республика Мәҙәниәт министрлығы.
Читайте нас