Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Апрель 2021, 14:00

Яҡташыбыҙ "Алтын битлек" премияһына лайыҡ булды!

Мәскәүҙә Рәсәйҙең "Алтын битлек" милли театр премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы булды. Яҡташыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә илебеҙҙең баш ҡалаһында Рәсәйҙең "Алтын битлек" милли театр премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.
Бүләкләнгәндәр араһында беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа бар: "Театр сәнғәтенә ҙур өлөш индергән өсөн" премияһы режиссёр, педагог, М. Горький исемендәге Ырымбур дәүләт драма театрының художество етәксеһе Рифҡәт Исрафиловҡа тапшырылды.
Рәсәйҙең халыҡ артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы, Башҡорт АССР-ының С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, профессор Рифҡәт Исрафилов 1981 - 1996 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына етәкселек итә. Тап ошонда художество етәксеһе булып эшләгән осорҙа ул илдең билдәле ҡуйыусы режиссёрҙарының береһенә әүерелә. Рәсәй милли театрҙарының республика советы рәйесе булған саҡта Өфөлә төрки телле халыҡтарҙың «Туғанлыҡ» фестивален уҙғарырға тәҡдим итә.
Талантлы сәнғәт әһеленә артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
Фото: "Башинформ".
Читайте нас