Өфөлә 29–30 майҙа Йәштәр һарайында IX Бөтә Рәсәй “Башҡортостан таланттары” балалар һәм үҫмерҙәр конкурсы үтә. Бәйгелә 3–17 йәшлек балалар ҡатнаша ала. IX Бөтә Рәсәй “Башҡортостан таланттары” балалар һәм үҫмерҙәр конкурсында ҡатнашырға теләгәндәргә 10 майға тиклем ғариза бирергә кәрәк.
Конкурс һәләтле йәш замандаштарыбыҙҙың ижадын таратыуға, яңы исемдәр асыуға, милли мәҙәниәтте һаҡлауға һәм үҫтереүгә, коллектив һәм етәкселәр араһында бәйләнеш булдырыуға йүнәлтелгән. Еңеүселәрҙе “вокал”, “хореография”, “цирк сәнғәте”, “нәфис һүҙ”, “музыка ҡоралдары жанры” һәм “модалар театры”, “театр тамашаһы”, “үҙенсәлекле жанр” номинациялары буйынса билдәләйәсәктәр. Сарала онлайн тәртибендә ҡатнашырға мөмкин.
Һәр ваҡыттағыса баһалама ағзаһы итеп Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге алдынғы белгестәре йәлеп ителә. “Гран-при яулаған балаларҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә, шулай уҡ сарала ҡатнашҡан бер бала ла бүләкһеҙ ҡалмаясаҡ, туҡланыу, фотоға төшөрөү ойошторола.
– Ошо биш йылда “Башҡортостан таланттары” конкурсында ете меңдән ашыу бала ҡатнашты. Уларҙың өс меңгә яҡыны – лауреат, 100-гә яҡын конкурсант төрлө номинацияларҙа еңеүгә өлгәште. Беҙҙең конкурсанттар артабан да юғалып ҡалмай, үҫеүен, еңеүҙәр яулауын дауам итә, – ти конкурсты ойоштороусы, “Максимум” ижади проект авторы Юлия Рябчинская.