Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Апрель 2021, 10:00

Өфөлә Иврит фестивале үтте

"Туған телһеҙ милләт тә, халыҡ-ара дуҫлыҡ та булмай"

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Иврит фестивале” үтте.
Ул Башҡортостан Башлығы Гранты ярҙамында бойомға ашырылған.
Сара театр фойеһынан уҡ башланды – бында теләгән һәр кем иврит теле (Израилдең дәүләт теле) буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала ине. Шулай уҡ йыйылғандарҙы йәһүд кухняһының милли аштары менән дә һыйланылар.
Театр залдарында “Алеф-Бет” исемле күргәҙмә эшләне. Ул Израиль дәүләтенең Рәсәй Федерацияһындағы вәкәлләте һәм “Натив” Израиль мәҙәни үҙәгенең башланғысы менән Израиль дәүләте илсеһе Александр Бен-Цви һәм Нативтың Рәсәйҙәге вәкиле Яна Агмон ярҙамында ойошторолған.
Йыйылған ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортоноң генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Мирхәйҙәрова, “Башҡортостан Республикаһының гражданар йәмғиәтселегенә ярҙам итеү фонды” генераль директоры Люция Юлуева сәләмләне.
“Беҙ бөгөн йәһүд мәҙәниәтенең һоҡланғыс донъяһына сумдыҡ. Был сара өсөн “Кохав” Йәһүд милли үҙәгенә рәхмәт белдерәм. Был ойошма вәкилдәре – беҙҙең яҡын дуҫтар”, - тине Гөлназ Ғиндулла ҡыҙы.
Иврит фестиваленең концерт өлөшөн йыр-бейеүҙәре менән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары, “Шалом-Алейхем” Өфө музыка-драма йәһүд театры, саҡырылған артистар, бейеү коллективтары, “Яҙғы тауыштар” балалар хоры биҙәне.
Сәхнәлә 128 йылға беренсе тапҡыр рус композиторы Валентина Серованың “Уриель Акоста” операһы яңғыраны. Йола булараҡ, операнан өҙөктө Башҡортостандың Дәүләт академия хор капеллаһының ир-егеттәр составы башҡарҙы. Солисы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Владимир Копытов.
Алып барыусы Алексей Кузьменко тамашасыларҙың Иврит буйынса белемдәрен тикшереп, төрлө һорауҙар бирҙе. Еңеүсегә бүләккә Иврит символы – гранат тапшырылды.
“Фестивалде үткәреү идеяһы күптән йәшәп килә ине. Ул Мәскәүҙә, Санкт-Петербург ҡалаһында йыл һайын үткән фестивалдәр, мәҙәни аҙыҡ артынан беҙҙең театрға йөрөгән йәһүдтәр арҡылы яралғандыр. Улар туған мәҙәниәтенә, үҙ-ара аралашыуға һыуһай. Был Иврит фестивале кеүек сараларҙа ғына мөмкин. Проект кешеләргә, йәһүд берлегенә ҡыҙыҡ булыуын раҫланы. Өмөттәребеҙ бушҡа булманы, тамашасылар ҙа ҡәнәғәт. Был иврит телен, йәһүд мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән эшләнгән эш. Туған телһеҙ милләт тә, халыҡ-ара дуҫлыҡ та булмай", -”тине “Кохав” төбәк-ара йәһүд милли мәҙәниәте ойошмаһы рәйесе Алексей Лаптев.
Фестиваль сиктәрендә “Кохав” ойошмаһынан проекттың иң әүҙем ҡатнашыусылары рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Гөлназ Насырова фотоһы.
Читайте нас