Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Апрель 2021, 05:30

Геройға арналған китап

Баймаҡ ҡалаһында данлыҡлы ялан батыры, Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхинға арналған китаптың исем туйы үтте.

Баймаҡ ҡалаһында үткән матур сара тураһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған:
"Бөгөн беҙ район йылъяҙмаһына өҫтәлгән ике сағыу ваҡиғаның шаһиты булдыҡ, улар – Баймаҡ телестудияһы төшөргән «Йондоҙҙарҙы оҙаттым…» нәфис фильмы һәм арҙаҡлы яҡташыбыҙ Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланған китаптың донъя күреүе.
Әйтергә кәрәк, әле беҙ ҡарап үткән фильм телевидение студияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн яңы тәжрибә. Һәр яңы эш, шөғөл – ул яңы мөмкинлектәр асҡан, яңы үрҙәр яулауға ынтылыш биргән этәргес көс. Шуға күрә, сценарий авторы һәм режиссер булараҡ сығыш яһаған, Зөлфиә Сафинаны һәм ул етәкләгән команданы уңышлы дебюттары менән ҡотлайбыҙ һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин, Октябрь революцияһы ордендары кавалеры, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты Риза Хажиәхмәт улы Яхин – Баймаҡ еренең ғорурлығы.
Башҡорт тарихы йылында халҡыбыҙҙың аҫыл заттарының хәтерен мәңгеләштереү, уларға тейешле иғтибар йүнәлтеү – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Ирек Бикмәтовҡа Баймаҡтың данлы тарихын тергеҙеү эшмәкәрлеге өсөн, шулай уҡ китапты баҫмаға әҙерләүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәтемде белдерәм һәм яңынан-яңы уңыштар теләйем.
Ныҡлы тамырҙарыбыҙҙан рухи көс алып, районыбыҙ хаҡына артабан да лайыҡлы хеҙмәт итәйек!"
Фото: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас