Республиканы бар иткән халыҡтың кескәй граждандарын тәрбиәләүҙә “Аҡбуҙат” журналының роле ифрат ҙур. Ул балаларҙа, уларҙың ата-әсәләрендә милли рух, әҙәбиәткә, тарихҡа, мәҙәниәткә һөйөү хисе уята. Баҫманың тәүге һаны 1991 йылда донъя күргән.
Беренсе баш мөхәррире Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева баҫма аша милләттең киләсәген тәрбиәләү идеяһын тормошҡа ашыра алған. 2020 йылдың сентябрендә башҡортса “Урал батыр” йәнһүрәте балалар хөкөмөнә сыҡты, баш ҡала мәктәптәрендә уның исем туйы үтте.
Бынан тыш, баҫма балалар шағирәһе Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына, Башҡорт теле йылына арнап “Ҡояш ҡыҙы иленән” тип аталған башҡортса-русса йыйынтыҡ әҙерләне. Унда журнал тарафынан ойошторолған конкурста еңгән балаларҙың шиғырҙарын билдәле яҙыусылар – Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы секретары Нина Ягодинцева, Дағстандың халыҡ шағиры Марина Ахмедова-Колюбакина, билдәле шағирҙар Сергей Янаки, Светлана Чураева, Кристина Андрианова, “Корифейҙар” фестивалендә ҡатнашҡан Юрий Татаренко, Евгения Решетникова тәржемә итте.
Был йыйынтыҡ – балалар баҡсалары өсөн шәп бүләк, сөнки тәрбиәсе, башҡортса өйрәнергә теләгән балаға бер үк шиғырҙың ике вариантын күрһәтеп, тел, йола үҙенсәлектәрен аңлата ала. Мәҫәлән, бер шиғырҙы һәм уның тәржемәһен миҫалға килтерәм: авторы – Әлшәй районының Яңы Ҡыпсаҡ ауылынан биш йәшлек Сәмирә Сәмиғуллина.
Йәшкелтем һәм аҡ төҫтәмен,
Көн һайын һыуҙар һиптеләр,
Цвет салатный, белый цвет,
На зубах хрущу: “Привет!”
Плод труда я и искусства,
Сергей Янаки тәржемәһе. Ғөмүмән, шиғыр яҙыу ғына түгел, шиғыр ятлау ҙа балала милли рух, һүҙ сәнғәтенә ынтылыш, зауыҡ тәрбиәләй, хәтерен нығыта, шуға күрә баҫма балалар араһында ойошторған бик күп конкурстар видеоформатта үтә. Тап ошо рәүешле беҙ балаларҙың башҡортса белеүен күрәбеҙ, тап үҙенең ҡатнашлығына шаһит булабыҙ. “Ворд” форматында уҙған ярыштар баланың шәхси ҡатнашлығына дәлил була алмай. Йәнә лә “Аҡбуҙат” ул башҡортса белгән генә түгел, башҡортса белергә, Башҡортостан хаҡында мәғлүмәтле булырға теләгән һәр бала өсөн тәғәйенләнгән!
Журналды Рәсәй Федерацияһының беренсе автономиялы республикаһында йәшәгән кескәй башҡорт уҡый. 2021 йылда альтернатив яҙылыу нигеҙендә яңы ойошторолған тарихи-мәҙәни үҙәктәр ярҙамында баҫманы Свердловск, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округында йәшәгән бәләкәстәргә лә алдыралар. Унан тыш, Свердловск өлкәһе башҡорттары почта аша – 50, Сорғот башҡорттары 30 дана журналға яҙылды. Был һандар баҫманың милләттәштәребеҙ йәшәгән төбәктәрҙә кәрәкле булыуы һәм уны федераль каталогка индереү кәрәклеге хаҡында һөйләй.
Журнал бөгөн баҫма вариантта ғына түгел, электрон форматта бар социаль селтәрҙәр аша үҙ уҡыусыһына юл таба. “Аҡбуҙат” тарафынан барлыҡ конкурстар социаль селтәрҙәр аша ойошторола, шуға башҡорт телендә тарихи, мәҙәни, тәрбиәүи мәғлүмәт таратыуҙа, тотош милләттең киләсәген үҫтереүҙә уның роле ҙур.
Бөгөн баҫмала балалар яҙыусылары Миңлегөл Тайсина, Зөбәйҙә Исламова, Гөлнара Мостафина, йәш быуын шағирәһе Айгөл Йәмилева эшләй. Кескәйҙәр өсөн сағыу һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә һүрәттәрҙе республикала ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле рәссамдар Азамат Ғарипов, Сулпан Билалова, Майя Ҡәйүмова, Артур Вәсилов, Салауат Ғиләжетдинов, Лиана Ниғмәтйәнова, Сергей Эйтвид, Ирина Әхмәҙуллина, Дамир Мөхәмәтйәров эшләй. Рәссамдар алдында бөгөн аныҡ бурыс ҡуйылған, сөнки баҫманың 70 проценты һүрәттән тора, шуға күрә балала рәсем аша милли рух, башҡорт асылын тәрбиәләү мөһим. Баҫма Ер шарының ҡайһы төбәгенә барып ятһа ла, һүрәттәре аша Башҡортостанда башҡорт телендә сыҡҡан журнал икәнлегенең танылыуы – мөһим һәм төп шарт.
Республиканы бар иткән, был ерлектә дәүләтселекте булдырған халыҡтың вәкиле ул – кескәй башҡорт. “Балалар баҫмаһы” тип асылын аңламай ҡараусылар ҙа, бәлки, барҙыр. Илап, мыжып, имгәкләп йөрөп ятамы шунда бала, йөрөп ята. Бала – киләсәгебеҙ генә түгел ул, ул – бөгөнгөбөҙ ҙә. Кескәй башҡорт – ул ошо дәүләтте күтәреп алып китә торған бала. Уны тәрбиәләү, күңеленә шытымлы орлоҡтар һалыу – өлкәндәрҙең бурысы. Заманында баҫманың тиражы 22 мең данаға еткән булған. Бөгөн ошоно эшләргә беҙҙең ҡулдан килмәйме ни, милләттәштәр?! “Аҡбуҙат” һәр баланың өҫтәл китабына әүерелергә тейеш.
Эйе, пандемия осоронда баҫманың тиражы, башҡаларҙыҡы кеүек үк, бик төшкән. Былтыр икенсе ярты йыллыҡҡа бик тырышып, күмәк көс менән 2500 данаға өлгәшә алдыҡ. Ә инде 2021 йылға матбуғатҡа яҙылыуҙы күтәреү эшенә республика Хөкүмәте лә ҡушылды. Махсус ойошторолған флешмобтар, баҫмаларға яҙылырға саҡырыу үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы. Бөгөн беҙҙең тираж – 5246 дана.
Башҡорт тарихы йылында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған Ырыуҙар йыйыны сиктәрендә ”Аҡбуҙат” журналы ла юбилейын билдәләй. Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә йәшәгән кескәйҙәр өсөн ошо диалектта баҫманың махсус сығарылышы әҙерләнде. Бөгөн туғыҙ район балаларына төньяҡ-көнбайыш диалектында донъя күргән баҫманың исем туйы ойошторолдо. Был аралашыу киләсәктә үҙ һөҙөмтәһен бирер, тигән уйҙабыҙ, сөнки осрашыу үтеү менән балаларҙан ижади эштәр килә башлай. Бигерәк тә “Шәжәрәм – минең анкетам” конкурсына видеояҙмаларҙы әүҙем ебәрәләр. Ата-әсәләр, балалар тарихи тамырҙары мәнән ҡыҙыҡһына, баҫма аша шәжәрәһен өйрәнә, туған теленә тартыла.
Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында “Аҡбуҙат” журналының 2020 йылғы 13-сө һаны Ғәйнә ырыуының –Пермь крайының кескәй башҡорттарына барып етте. Ул ғәйнә һөйләшендә нәшер ителде. Уҙған йылдың декабрендә һәм быйыл мартта төбәктә алты урында баҫманың исем туйы үтте. Бөгөн балалар, урындағы мәктәптәр менән бәйләнеш булдырылған. Апрель һанында балаларҙың һүрәттәре урын алған.
Ханты-Манси автономиялы округында баҫмабыҙҙы алдырыуҙары хаҡында әйтеп үткәйнек инде. Ошо көндәрҙә журнал менән уның дүрт ҡалаһында йәшәгән кескәй башҡорттар танышты. Уларҙың ата-әсәһе, уҡытыусылар баҫманы алдырып уҡыу яғында, сөнки ундағы мәғлүмәт, һүрәттәр баланың милли яҡтан байып үҫеүенә ыңғай йоғонто яһауында шикләнмәйҙәр.
Баҫманың һәр һаны энциклопедик форматта төҙөлә, шуға күрә ундағы һәр мәҡәләне, яҙманы ваҡыт үткәс тә ҡайтып уҡып, кәрәкле мәғлүмәт алырға була. Төрлө уйындар, башватҡыстар, комикстарҙың шулай уҡ башҡорт тарихына бәйле итеп эшләнеүе менән йәнә лә кескәйҙәрҙе милли рухиәткә бәйләй.
Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән кескәй башҡорттарҙы үҙ йолаларыбыҙҙа, сәнғәт әҫәрҙәрендә тәрбиәләйбеҙ тибеҙ икән, беҙгә Рәсәй почтаһы каталогына инеү зарур. Сәсмәй тороп, урып булмай. Балаларҙың күңеленә милли асылды бөгөн сәсәйек, оҙаҡ та көттөрмәҫ, милли орлоҡтар уларҙың йөрәгендә шытып сығыр!