Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Апрель 2021, 21:10

Башҡорт бейеүен данлайҙар

1991 йылда ҙур талант эйәһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле балетмейстер Хәлил Ишбирҙин Стәрлетамаҡ бейеү театрын ойоштора. Башҡорт бейеү сәнғәтен яңы үрҙәргә күтәргән коллектив тиҫтәләгән йылдар эсендә Ер шарының яртыһын гиҙеп сыҡҡандыр. Донъяның төрлө ҡитғаларында халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәтен таныта, республикабыҙҙы данлай күренекле театр.

1991 йылда ҙур талант эйәһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле балетмейстер Хәлил Ишбирҙин Стәрлетамаҡ бейеү театрын ойоштора. Башҡорт бейеү сәнғәтен яңы үрҙәргә күтәргән коллектив тиҫтәләгән йылдар эсендә Ер шарының яртыһын гиҙеп сыҡҡандыр. Донъяның төрлө ҡитғаларында халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәтен таныта, республикабыҙҙы данлай күренекле театр.


Стәрлетамаҡ бейеү театры тәүге көндәрҙән үк бығаса бер бейеү коллективында ла булмаған ҡа­батланмаҫ манераһы, үҙенә генә хас сағыу, үҙенсәлекле стиле менән айырылып тора. Хәлил Әнүәр улы ҡуйған “Инсебикә”, “Дала сыңы”, “Аттар”, “Урал бәйете”, “Бүреләр”, “Порт Артур”, “Башҡортостан” хореографик композициялары үҙенең эстәлекле йөкмәткеһе, тарихи ваҡиғаларҙы сағылдырыуы менән халыҡ күңелен арбай, тетрәндерә.
Сәхнәлә башҡорт халҡының легендалары ауаздаш булһа, “Бөрйән егеттәре”, “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Ирәндек бөркөттәре”, “Күбәләк”, “Кис ултырыу” бейеүҙәрендә халҡыбыҙҙың ысын булмышы, йәшәгән мөхите сағыла. 2004 йылдан 2014 йылға тиклем Бейеү театрына Башҡортостан Рес­публикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов етәкселек итә. Ул ҡуйған “Саптар”, “Башҡорт йөрәге” хореографик композицияларында халыҡ күңеле сағылдырыла.
Коллектив Рәсәйҙә генә түгел, сит тарафтарҙа ла башҡорт бейеү сәнғәтенең данын күтәрә – Бельгия, Голландия, Төркиә, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәрҙә сығыш яһай. Башҡорт бейеүенән тыш, рус, татар, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, Кавказ һәм башҡа донъя халыҡтары бейеүҙәре коллективтың репертуарына үҙенсәлекле балҡыш индерә.
2018 йылдан алып Бейеү театрының баш балетмейстеры вазифаһын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Дауытова етәкләй. Ул ҡуйған “Ҡымыҙ бешеүсе ҡыҙҙар”, “Беләҙек”, “Ағиҙел тулҡындары” хореографик композициялары репертуарға тос өлөш индерә.
Күп милләтле Башҡортостан халҡының мәҙәниәтен, милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, күркәм йолаларын, тарихын пропагандалау маҡсатында Бейеү театры йыл да яңынан-яңы саралар ойоштора, программалар әҙерләй. Күптән түгел халыҡ бейеүҙәренән торған ижади мираҫты үҫеп килгән быуынға еткереү, башҡарыу традицияларын үҫтереү һәм һаҡлау ниәтенән Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Эльвира Дауытова, Рөстәм Хәйруллин, Рәил Лоҡманов, Рудамир Басиров, бейеүселәр Сулпан Басирова, Наталья Хәйруллина, “Һәр бейеүҙә – халыҡ рухы” тип исемләнгән оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, бейеү серҙәренә өйрәтте.
Тәүге тапҡыр ойошторолған сарала Башҡортостандың төрлө төбәктәренән – Салауат, Балаҡатай, Мәсетле, Бәләбәй, Дәүләкән, Ҡариҙел, Өфө райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән бейеү ансамбле етәкселәре һәм бейеүселәре ҡатнашты. Шуныһы ҡыуаныслы, халыҡ бейеүҙәре менән төрлө милләт вәкилдәре ҡыҙыҡһынды. 75 ҡатнашыусының һәр береһе бейеү сәнғәтенә ғашиҡ.
Бейеү театрының рухлы сығыштары күрше төбәктәр менән халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыуҙа һәм һаҡлауҙа ныҡлы күпер булғаны һоҡландыра ла, ғорурландыра ла. Күптән түгел “Беҙ бергә” мәҙәни проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ бейеү театры менән “Донбасс” дәүләт академия йыр һәм бейеү ансамбленең берлектәге концерты булды. Донецкиҙың визит карточкаһы булған “Донбасс” коллективы бай сәнғәт өлгөләре менән халыҡты һөйөндөрҙө.
Стәрлетамаҡ бейеү театрының яңынан-яңы ижади үрҙәре, ялҡынлы бейеүҙәре алда әле.

Читайте нас: