Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Апрель 2021, 12:00

Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары

Яңы сыҡҡан китапта беҙҙең гәзит хеҙмәткәре тураһында ла һүҙ бара.

Ошо көндәрҙә Өфөләге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейында яңы китаптың исем туйы билдәләнде.
“Башҡортостан – таланттар төйәге” тип аталған йыйынтыҡ авторы – Наил Мәхмүтов.
Һөнәре буйынса юрист Наил Мәхмүтовтың сәнғәткә булған һөйөүен уның эштәре арҡылы күрергә була – 2017 йылда ул “Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” тигән проектты бойомға ашыра башлай.
Тап был эш арҡылы ун ике меңдән ашыу башҡорт рәссамдары, скульпторҙары, ҡул эштәре оҫталары, фотографтары киң аудиторияға танылыу яулай башлай.
Интернет киңлектәрендәге проекттың махсус сайтында сәнғәт әһелдәренең күргәҙмәләре донъя күрә, улар музыканттар менән бер рәттән райондан-районға йөрөй, ҙур эштең һөҙөмтәләре булып китаптар сыға: 2018 йылда “Яҡташтар”ҙың 1-се, 2020 йылда 2-се китабы нәшер ителә.
Ошо икенсе китаптың исем туйы уҙҙы ла инде. Сарала Наил Мәхмүтов үҙе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәил Әсәдуллин, “Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” проектында ҡатнашыусылар, уны төҙөүселәр, уның дуҫтары ҡатнашты.
Сығыш яһаған һәр кем Наил Мәхмүтовтың был эшкә мөккибәнлеген, ҡылған изгелегенең әһәмиәтлеген билдәләп үтте.
“Рәссам нисек кенә һәләтле булмаһын, уның ижадын кешеләргә танытҡан, уның исемен донъяға яңғыратҡан меценант булырға тейеш”, - тигән фекер яңғыраны.
“Наил һынлы сәнғәтте, рәссамдарҙы, был музейҙы ярата. Уға арымауын теләйем. Башҡорт рәссамдарын Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһында ла танытырға йыйынабыҙ. Башҡортостан таланттарын Мәскәү ҙә белергә тейеш”, - тине Рәил Әсәдуллин.
“Башҡортостанда энтузиастар күп”, - тине Наил Мәхмүтов үҙе лә.
Ысынлап та, шағир булһынмы, рәссаммы – ижадсыларҙың һәр кеме үҙ йүнәлешенә мөккибән киткән энтузиаст ул. Ә беҙҙең республикала бындай һәләт эйәләре етерлек. Уларҙың танылғандарынан танылмағандары күберәктер әле.
Тап был осраҡта Наил Мәхмүтовтың проекты ярҙамға килә – төрлө райондарҙа, ауылдарҙа йәшенгән аҫылташтарҙы эҙләп табып, исемдәрен илгә яңғырата ул.
Был проект беҙҙең “Башҡортостан” гәзите өсөн дә әһәмиәтле: унда баҫмабыҙҙың рәссамы Нәсих Хәлисов та лауреат булды. Ә “Яҡташтар” серияһының яңы китабында уның хаҡында ҙур мәҡәлә баҫылып сыҡты, мәҡәләне фоторәсемдәре лә биҙәй.
Рәссамдарға Башҡортостанда иғтибар әҙерәк бирелгәндәй – республикабыҙҙа күптән Рәссамдар союзы тарҡалыуы ла быға ишара. Әммә был сәнғәт төрө әһелдәре бер-береһе менән тығыҙ бәйләнеш булдырып йәшәй, быға Наил Мәхмүтовтың “Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” проекты индергән өлөшө лә ҙур.
Автор фотоһы
Читайте нас