“Ләйсән” халыҡ ансамбле тураһында ишетеп белмәгәндәр һирәктер. Данлы тарихлы бейеү коллективы – Учалы районының ғына түгел, бар республикабыҙҙың ғорурлығы ул.
Ансамбль 1964 йылда ойошторола. Ул йылдарҙа Башҡортостанда иң ҙурҙарҙан һаналған “Байрамғол” совхозы менән Әҙһәм Шәрәфетдинов етәкселек итә. Хужалыҡтың ғына түгел, ижтимағи йәмәғәт ойошмаларының да эшенә ҙур иғтибар биргән талапсан, эшлекле етәксе совхоз эшселәренең, бигерәк тә йәштәрҙең тормошон йәнләндереүгә, халыҡты берләштереүгә, мәҙәни тормошто әүҙемләштереүгә күп көс һала. Бар ерҙә лә эште дөрөҫ ойоштороу, йомғаҡ яһау, хеҙмәткәрҙәргә иғтибарлы булыу беренсе урынға ҡуйыла. Совхоздың ун бүлексәһендә лә тормош йәнләнә, клубтарҙың, китапханаларҙың эшмәкәрлеге көсәйә, халыҡты спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу өсөн маҡсатлы саралар башҡарыла, ауылдарҙа өмәләр ойошторола, ултыраҡтар йәшелләндерелә.
Ул йылдарҙа хужалыҡтар араһында мәҙәни коллективтар конкурстары йыш уҙғарыла. 1964 йылдың февралендә Белорет ҡалаһында тирә-яҡ райондарҙың үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре сығышын ҡарау иғлан ителә.
Совхоз етәкселеге һәр ауылдан һәләтле йәштәрҙе һайлап алып, бейергә өйрәтергә тигән бурыс ҡуя. Өфөнән хореографтар саҡыртыла. Һауынсы һәм механизатор, иҫәпсе һәм уҡытыусы, телефонист, ҡош ҡараусы һәм башҡа урындарҙа хеҙмәт итеүсе ябай ауыл егеттәре һәм ҡыҙҙары ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тырышып бейеү серҙәренә төшөнә. Коллективты халыҡ “Юлдаш” бейеү ансамбле тип йөрөтә башлай.
1964 йылдың июнендә совхоздың бейеүселәр коллективы Белоретта үҙҙәрен күрһәтеп, беренсе урын яулай һәм республика кимәлендә сығыш яһау хоҡуғын ала. Тап шул еңеүселәр “Ләйсән”гә нигеҙ һала ла инде.
Ноябрь айында үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының смотр-конкурсы уҙғарыла, байрамғолдар уға ентекле әҙерләнә. Совхоз етәкселеге бейеүселәргә матур костюмдар тектерә. Өфө тамашасыһын хайран итеп, коллектив беренсе урынды яулай. Баһалама комиссияһы рәйесе, данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров ансамбль бейеүселәре менән һоҡланыуын йәшермәй.
Мәртәбәле конкурста еңеү бейеүселәрҙе генә түгел, бөтә совхоз хеҙмәткәрҙәрен, төбәк халҡын ҡанатландыра, берләштерә. Ситкә китергә ынтылған йәштәр совхозда эшкә ҡала башлай.
1966 йылдың яҙында бейеү ансамбленә Фәйзи Ғәскәров ярҙам итә башлай. Ул “Гөлнәзирә”, “Һауынсыларҙа ҡунаҡта”, “Ҡороҡсолар”, “Байрамғол ҡайындары” тип аталған бейеүҙәр һала. Тәүге репетициялар Наурыҙ ауылы клубында уҙғарыла.
Йыл һайын ансамбль йәш таланттар менән тулылана бара. Уральск мәҙәниәт йорто эргәһендә вокаль-инструменталь ансамбле, бал бейеүҙәре түңәрәге, ир-ат хоры ойошторола. Дөйөм алғанда, мәҙәниәт йорто ижади мөхит менән һуғарыла.
“Байрамғол” бейеүселәре төрлө конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, тәжрибә туплай. 1967 йылда Куйбышев ҡалаһында үҙешмәкәр коллективтарҙың Бөтә Союз фестивале уҙғарыла, байрамғолдар унда диплом менән бүләкләнә. 1972 йылда ансамблгә “халыҡ” исеме бирелә.
Республика ғына түгел, ил кимәлендә лә еңеүҙәр яулай башлаған ансамблгә исем кәрәк була. Оҙаҡ фекер алышҡандан һуң, “Ләйсән” тигән атамала туҡтайҙар.
1975 йылда ансамбль башҡорт дәүләт филармонияһында үҙаллы концерты менән сығыш яһап, баш ҡала тамашасыһын таң ҡалдыра. Республиканың юғары уҡыу йорттары сәхнәләрен дә дер һелкетеп, республикала бейеү сәнғәтен пропагандалауға ҙур өлөш индерә.
Шул йылдарҙан башлап “Ләйсән” сит илдәрҙә уҙғарылған төрлө кимәлдәге фестиваль-конкурстарҙа сығыш яһай башлай. “Байрамғол” бейеүселәре Испания, Франция, Италия, Чехия, Сирия, Мексика, Германия, Португалия, АҠШ һәм башҡа илдәрҙең сәхнәләрендә уңыштарға өлгәшә.
Бына инде ярты быуаттан ашыу ансамбль тамашасыһын һөйөндөрә. Берәүҙәр китә, уларҙың урынына икенселәре килә, “Ләйсән” нәҡ бер тере организм кеүек һәр ваҡыт хәрәкәттә, һәр ваҡыт яңырыу юлында.
Ойошторолғанынан алып ансамбль ниндәй генә сәхнәләрҙә, конкурс-фестивалдәрҙә сығыш яһамай, “Ләйсән” яулаған диплом, грамоталарҙың иҫәбе-хисабы юҡ.
Ярты быуаттан ашыу арауыҡта төрлө милләт халыҡтарының йөҙгә яҡын бейеүе һалынған. Йылдар һынауын үтеп, репертуарҙа даими башҡарылған бейеүҙәр һаны ике тиҫтәнән аша.
Ошо дәүерҙә меңәрләгән йәш кеше мәҙәниәт усағының репетиция залында бейеү тигән мөғжизәнең серҙәренә төшөнгән. Күптәре ғүмерен мәңгелеккә бейеү сәнғәте менән бәйләй. Ансамблдә бейегәндә бер-береһен тап итеп, ғаилә ҡорғандар ҙа байтаҡ. “Ләйсән”дең оҙон ижад ғүмеренең сере ата-әсәләренән өлгө алып, балаларының бейеүҙе дауам итеүендә лә.
Ярты быуаттан ашыу йәшәйешендә ансамблдә бер нисә династия үҫеп сыға: Ғариповтарҙы, Алсынбаевтарҙы, Кәримовтарҙы, Хилажевтарҙы, Солтановтарҙы, Әһлиевтәрҙе, Сәғитуллиндарҙы, Ғабдуллиндарҙы һәм башҡаларҙы коллективтың алтын бағанаһы тип ҡыйыу атарға була.
Миҙәхәт Алсынбаев Уральск ҡасабаһында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Атаһы Мөхәмәт Алсынбай улы тамырҙары менән Иҫтамғол ауылыныҡы, һуғыш ветераны була, ғүмере буйы совхозда төрлө эштәрҙә хеҙмәт итә. Әсәһе Ғәлиә Ғәни икмәк бешереүсе булып эшләй.
Ғаиләлә дүрт бала үҫә. Барыһы ла йыр-моңға маһир булалар. Миҙәхәт мәктәптә уҡыған сағында уҡ бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. 8 класты тамамлағас, егет Учалы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортонда ла бейеү коллективы була, егет шунда бейей башлай.
Тап шул йылдарҙа Уральск ҡасабаһында яңы ғына ойошторолған ансамблгә бейеү һалыу өсөн Фәйзи Ғәскәров килгән була. Ҡарағайҙай төҙ буй-һынлы, күҙҙәрендә осҡон уйнап торған йәш егетте күреү менән, бейеү оҫтаһы уны ансамблгә саҡыра. Шулай башлана Миҙәхәттең ҙур сәхнә тормошо.
Ташсы һөнәрен үҙләштереп, егет совхозға төҙөлөшкә эшкә инә, ә кистәрен ансамблдә шөғөлләнә башлай. Профессиональ кимәлдә бейегән егеткә Фәйзи Ғәскәров хатта “Еңеүсе” тип аталған айырым бейеү ҡуя.
Ғүмерлек тормош юлдашын да Миҙәхәт тап ансамблдә бейегәнендә таба тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Людмила Косогорцева менән класташ булһалар ҙа, бейеү менән шөғөлләнә башлағанға тиклем бер-береһенә иғтибар ҙа итмәйҙәр. Людмила Леонидовна совхоздың профсоюзында эшләгән осоронда ансамблдә бейей башлай. Шул ваҡытта ҡабына ла инде ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт ялҡыны.
Ғаиләгә йәм өҫтәп ике ҡыҙҙары тыуа. Элла менән Олеся ла ата-әсәләре кеүек тормоштарын сәнғәт менән бәйләгәндәр. Икеһе лә бөгөн Уральск ҡасабаһының мәҙәниәт йортонда эшләйҙәр. Людмила һәм Миҙәхәт Алсынбаевтар балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына шатланып, бүлә-бүләсәләрен һөйөп ғүмер кисерәләр. Әйткәндәй, быйыл улар ғаиләләренең алтын юбилейын билдәләй.
Миҙәхәт Мөхәмәт улы төрлө урындарҙа эшләй, бейемәгән сағында ла ул – “Ләйсән” ансамблен һәр ваҡыт күңеле түрендә йөрөтә. Үҙенең бейеүһеҙ, сәхнәһеҙ йәшәй алмағанын аңлап, ансамблгә кире килә. Ете тиҫтәне тултырған ир-уҙаманы бөгөн “Ләйсән” ансамбленең художество етәксеһе. Әйткәндәй, уҙған аҙнала Учалы филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миҙәхәт Алсынбаевтың юбилейы шаулап үтте. Төрлө йылдарҙа “Ләйсән”дә бейегән артистар йыйылып, ансамблдең йәшәйешенә күп көс һалған бейеү әһеленә хөрмәт күрһәтте.
Ансамбль ауырлыҡтарҙы ла күп күрә. Колхоз-совхоздар бөтөрөлгәс, коллектив тарҡалыу хәленә етә, 1996 йылда Уральск мәҙәниәт усағы янып, көл-күмергә әйләнә.
Шул ауыр ваҡыттарҙа “Ләйсән”дең яҙмышы өсөн йәне әрнегән Миҙәхәт Мөхәмәт улы ансамбль ветерандары менән кәңәшләшкәндән һуң, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының ул ваҡыттағы генераль директоры Ильяс Абдрахмановҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Үҙ төбәгенең ысын патриоты Ильяс Әхмәт улы 2005 йылда “Ләйсән”де комбинат ҡанаты аҫтына ала. Шунан башлап ансамблдең икенсе һулышы башлана: яңы бейеүҙәр һалына, костюмдар тегелә, матди-техник база нығый, коллектив гастролдәргә йыш сыға башлай.
Бөгөн ансамблдә егермегә яҡын бейеүсе иҫәпләнә. Төрлө һөнәр эйәләре аҙнаһына өс тапҡыр репетицияларға йыйыла. Район кимәлендәге бер мәҙәни сара ла “Ләйсән”дән тыш үтмәй. Республика, ил кимәлендәге фестиваль-конкурстарҙа ла коллектив үҙен күрһәтә.
“Ләйсән”дә быуындар бәйләнеше дауам итә. Ветерандар төркөмө лә сәхнәнән төшмәй. Бөгөн ансамбль коммерцияға нигеҙләнмәгән автоном ойошма статусын алып, эшмәкәрлек итә.
– Беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына алып, һәр яҡлап хәстәрләгән Тау-байыҡтырыу комбинатына рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Предприятиеның генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин, дөйөм һорауҙар буйынса директор урынбаҫары Александр Андросенко коллективыбыҙҙы хәстәренән, иғтибарынан айырмай. Комбинаттың социаль проекттар идаралығы начальнигы, бөгөн беҙҙең “Ләйсән”де етәкләгән Гүзәл Лоҡманова ансамблдең бөгөнгөһө – көйлө, киләсәге ышаныслы булһын өсөн барыһын да эшләй, – ти Миҙәхәт Алсынбаев.
...”Ләйсән” күптән инде Учалының визит картаһына әйләнгән. Уның сая, ғорур егеттәре, һығылмалы һомғол ҡыҙҙары башҡарған бейеүҙәр оҙаҡ йылдар кешеләрҙе һоҡландырһын, ҡанатландырһын, алҡындырһын, тип теләргә генә ҡала.
Беренсе көндән алып бейеү һалыусыларҙың исемлеге:
Фәйзи Ғәскәров, Риф Ғәлиев, Ратмир Бәҙретдинов, Хашим Мостаев, Владимир Осипов, Геннадий Анищенко, Александр Шишкин, Риф Казбеков, Илнур Әйүпов, Рәйес Низаметдинов, Йәүҙәт Бикбирҙин, Фәнис Кәримов.
“Ләйсән” менән төрлө йылдарҙа рәсми етәкселек итеүселәр исемлеге:
Фәйзи Ғәскәров, Риф Ғәлиев, Ғәлимйән Хилажев, Рәйес Низаметдинов, Миҙәхәт Алсынбаев, Гүзәл Лоҡманова.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булыусылар:
Фәрүәз Ғарипов, Миҙәхәт Алсынбаев, Нина Бухтиярова, Рәйес Низаметдинов, Ғәлимйән Хилажев, Динира Хилажева, Рәйес Ғарипов, Ринат Жамалов, Айбулат Әһлиев, Маиза Бүләкова, Фәсих Кәримов.
III дәрәжә дан орденына лайыҡ булыусылар: Салауат Ғарипов, Марат Ғабдуллин, Рәйес Ғарипов.