Тотош илебеҙҙә тормошҡа ашырылған милли проекттар бик матур башланғыстарға юл аса, халыҡтың йәшәйешен уңайлыраҡ, йәмлерәк итеүгә булышлыҡ итә. Бына, мәҫәлән, “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Кино фонды булдырған 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауыл-ҡалаларҙағы кино залдарына ярҙам итеү буйынса конкурс та бихисап яңы мөмкинлектәргә юл асты.
Ошо конкурста еңеү яулап, Әлшәй районы үҙәге Раевка ауылында ла 400 урынға иҫәпләнгән заманса яңы кинозал асылды. Ул үҙенә күрә мәғлүмәти һәм мәҙәни үҙәк ролен дә үтәйәсәк. Хәҙер район халҡы кино сәнғәте тәҡдим иткән иң һуңғы премьераларҙы үҙ ерлегендә рәхәтләнеп ҡарау мөмкинлегенә эйә.
– Заманында беҙҙә лә кинотеатр эшләне, унда киновидеоселтәр ойошмаһы фильмдар күрһәтеүҙе ойошторҙо. Әммә, үкенескә ҡаршы, 2000 йылдар башында кино күрһәтеү туҡтап ҡалды, был эш менән шөғөлләнгән ойошма ла юҡҡа сыҡты, – тип аңлаттылар район хакимиәтендә.
Кино фонды ойошторған федераль конкурста әлшәйҙәр өс йыл рәттән ҡатнашып ҡарай һәм бына, ниһайәт, уларға бәхет йылмая – биш миллион һум күләмендә грант отоуға өлгәшәләр! Ошо суммаға 2 миллион 300 мең һумлыҡ проектор, төрлө заманса ҡорамалдар, тауыш аппаратураһы, 3D-күҙлектәр алына, социаль-мәҙәни үҙәктең (район мәҙәниәт йортоноң) тамаша залы кино ҡарау өсөн ҡулайлаштырыла.
– Кино залы асылған көндә халыҡҡа режиссер Айнур Асҡаров ҡуйған “Өфөнән һөйөү менән” нәфис фильмын күрһәттек. Әлеге ваҡытта көнөнә һигеҙ тапҡыр сеанстар тәҡдим ителә, халыҡ ихлас йөрөй. Билет хаҡтары ла ҡиммәт түгел – 100–150 һум. “Башҡортостан” киностудияһы менән килешеү нигеҙендә үҙебеҙҙә төшөрөлгән кинофильмдар шунда уҡ төбәктәргә лә ебәрелә. Әле бына шул уҡ Айнур Асҡаровтың Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән “Өс таған”ын күрһәтә башланыҡ. Кино һөйөүселәр бик йылы ҡабул итте, – тип һөйләне киномеханик Ринат Тимербулатов.
Конкурс нигеҙендә алынған Гранттың төп шарттарының береһе – кинозалда күрһәтелгән фильмдарҙың яртыһынан күбеһе ватан кино сәнғәте тәҡдим иткән продукция булырға тейеш. Был йәһәттән шартты теүәл үтәй әлшәйҙәр – халыҡ “Зоя”, “Огонь” фильмдарын яратып ҡараған.
Социаль-мәҙәни үҙәк директоры Камил Булат улы Йәнекәйев ошо учреждениеға 15 йылдан ашыу етәкселек итә. “Грант иҫәбенә кинозал булдырыу үҙәктең эшен дә бермә-бер йәнләндерҙе. Әлеге ише программаларҙың, конкурстарҙың булыуы, уларҙа ҡатнашып, өҫтәмә финанс ярҙамы алыу мөмкинлеге беҙҙең эшмәкәрлеккә, һис шикһеҙ, ыңғай йоғонто яһай. Былар барыһы ла халыҡтың ялын файҙалыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ ойошторорға, көнкүреш сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә”, – тип билдәләне Камил Булат улы.
Дөйөм алғанда, социаль-мәҙәни үҙәктә тормош һәр саҡ гөрләп тора. Бында төрлө йәштәгеләр үҙҙәренең күңеленә яҡын шөғөл таба, бейеү, вокал буйынса һәләттәрен арттыра ала. Әле күптән түгел театр коллективтары араһында “Алтын битлек” район фестивале гөрләп үткән. Ватанды һаҡлаусылар, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө кеүек байрамдарҙы, милли йолаларҙы билдәләүгә лә ҙур әһәмиәт бирәләр. Уларға һәр ауылдағы мәҙәниәт учреждениеһы ҡушыла. Шулай уҡ әлеге мәлдә Бөтә донъя фольклориадаһына арнап, фольклор дәрестәре ойоштороуҙы башлағандар. Улар йәш быуынды төрлө милләттәрҙең йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу маҡсатын ҡуя.
Март айында социаль-мәҙәни үҙәктә “Шәп өләсәй-2021” бәйгеһе ойошторолған. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да уңған өләсәйҙәрҙең ҡул эштәре ҡуйылған бай күргәҙмә ҡаршы алған. Үҙ төбәгендә еңеү яулаған һигеҙ өләсәй, район сәхнәһенә сығып, уңғанлыҡта, маһирлыҡта көс һынашҡан. Улар үҙ сығыштары менән, әгәр күңелең дәртле, үҙең әүҙем булһаң, йылдан-йыл өҫтәлә барған йәш бер ни ҙә түгел икәнен асыҡ күрһәткән.
Бына шулай, замандан артта ҡалмай, булған мөмкинлектәрҙән оҫта файҙаланып, үҙ тормоштарын үҙҙәре йәмләп йәшәй һәм эшләй Әлшәй халҡы.