Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Апрель 2021, 09:35

Ҡумыҙ сыңы аша рухи мираҫ таратып…

Сибай ҡалаһында эшләп килгән “Яугүл” халыҡ фольклор ҡумыҙсылар ансамбле – исеме есеменә тап килеп торған ғәжәп матур коллектив ул! Яугүл – халҡыбыҙҙың мәшһүр “Ете ҡыҙ” бейеүенең тарихына бәйле атама, Сибай янындағы күл.

Сибай ҡалаһында эшләп килгән “Яугүл” халыҡ фольклор ҡумыҙсылар ансамбле – исеме есеменә тап килеп торған ғәжәп матур коллектив ул! Яугүл – халҡыбыҙҙың мәшһүр “Ете ҡыҙ” бейеүенең тарихына бәйле атама, Сибай янындағы күл. Был халыҡсан ансамблгә фольклор, милли ғөрөф-ғәҙәт, йолалар, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ өлгөләрен ҡумыҙ моңо аша таратыусылар йыйылған. Етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡова.


Ҡумыҙсылар бөтә мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Халыҡ-ара конкурстарҙа призлы урындар, Тыва республикаһында – икенсе урын, “Байыҡ” телевизион конкурсында беренсе урын яуланылар. Рәсәй йырсыһы Надежда Бабкина менән бер сәхнәлә сығыш яһанылар. “Яугүл”дәр, уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында йәш быуынды ҡумыҙ серҙәренә төшөндөрөп, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, рухи мираҫыбыҙҙы киләһе быуындарға тапшырыуға өлөш индерә. Пандемия осоронда, өйҙә ултырған мәлдә, тәүгеләрҙән булып һәр төрлө видеояҙмалар әҙерләп, төрлө флешмобтарҙа ҡатнашып, онлайн-концерт, тапшырыуҙар әҙерләнеләр.
Һәр ергә өлгөрөп, олоһона ла, кесеһенә лә ғәжәйеп ихласлыҡ менән ҡумыҙҙа уйнарға өйрәткән Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡова – изгеләр затынан. 14 тел белгән полиглот, мәғрифәтсе, олуғ ишаныбыҙ Ғабдулла Сәиди бүләсәре булараҡ, ул һәр ерҙә олатайҙарынан алған тормош һабағын киң күңел менән ихлас өләшә.
Ансамбль төрлө йәштәге кеше­ләрҙе берләштерә. Балаларға ҡарап һоҡланһаң, йәштәргә ҡарап дәртләнәһең, ололарҙан тормош һабағы алаһың. Тап бына шундай­ҙарға – халҡыбыҙҙың бай тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын яҡшы белгәндәргә – айырым туҡталайыҡ әле.
Башҡорт теле уҡытыусыһы Миңһылыу апай Ҡобағошова – һәр концерттың сценарий авторы, нәфис һүҙ оҫтаһы. Боронғоно тергеҙеп, селтәр, хәситәләр эшләй. Халыҡ дауаһын, үлән серҙәрен дә белә. Оло быуын вәкилдәренән Сәлимә апай Иҫәнғазина – бик оҫта ҡумыҙсы. Ғүмере буйы шәфҡәт туташы булып эшләһә лә, сәхнәне ныҡ ярата. Үҙе лә тиҙ генә йә таҡмағын әйтә, йә йомаҡ ҡоя. Шулай уҡ боронғонан ҡалған иҫтәлектәр һөйләргә лә әүәҫ. “Заһиҙә”не бейеп, сәхнәнән төшмәгән водитель һөнәрле Гөлгөнә апай Әбсәләмованы оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Шул тиклем хәтере шәп, оҫта ҡумыҙсы булды, йәне йәннәттә булһын!
Гөлдәр апай Муҡаева ҡумыҙҙа уйнап йырлай, тәмле ҡоймаҡтар ҡойоп, барыһын да һыйларға ярата. Әҡлимә апай Мөхәррәмова – Үзбәкстан яҡтарында йәшәп, һуғыш ғәрәсәтен күреп ҡайтҡан кеше. Шуғалыр ныҡ ярҙамсыл, кешелекле ул. Зәйтүнә апай Йәнъюлдашева йырларға ярата. Гөлшат апай Вилданова мөнәжәттәр әйтә, ҡул эшенә маһир. Эльмира апай Юламанова ғүмере буйы уҡытыусы булғас, ансамблдә лә өгөт-нәсихәт әйтеп, йәштәргә һабаҡ биреп йөрөй. Гөлнәзирә Исламбаева иһә, мәктәп йылдарынан ҡумыҙ серенә төшөнә башлап, институтта уҡыған сағында ла ихлас ҡумыҙсы булды. “Яугүл” халыҡ фольклор ҡумыҙсылар ансамбле, Гөлнәзирәне никахында бик үҙенсәлекле итеп ҡотлап, халҡыбыҙҙың йолаларынан сағыу биҙәк өҫтәне.
Ансамблдең репертуары туй йолаларына бәйле көйҙәргә бай. Әлбиттә, “Йыуаса”ны уйнағанда йырлап-бейеп, тамашасыны борон­ғоса йыуаса менән һыйлау ҙа матур күренеш. Ашнаҡсы Флүрә апай Байрамғолова телде йоторлоҡ итеп йыуаса бешереп өйә, башҡа оҫта ҡуллы апайҙар ҙа тоҡҡа арыу күстәнәс өҫтәй. Рәүиә апай Сөләймәнова бындай тамашаларҙа оҫта итеп уртаға сығып бейей. Ғәлимә апай Аллаярова кейемде оҫта тегә. Репетицияларға үҙе теккән пальто, итәктәрҙә килеп, һәр кемде һоҡландыра. Байрам­дарҙы ҡаршылағанда Вәбинур апай Хәбирова шундай матур итеп шиғыр һөйләй, үҙенсәлекле ҡотлау әҙерләй. Фәниә апай Йомағолова, етәксе булып эшләгәс, ойоштороу эштәренә шәп. Рәмилә апай Ғөбәй­ҙуллина – балалар баҡсаһында музыка уҡытыусыһы. Шуғалыр ныҡ иғтибарлы, яғымлы, һәр саҡ йылмайып ҡына һөйләшә.
Төрлө йәштәге бихисап һөнәр эйәһе, һәр береһе үҙенсәлекле яҙмышлы ансамбль ҡумыҙсыларын бергә туплаусы ниндәй көс бар һуң? Башҡорт рухы берләш­те­рәлер, күрәһең. Ҡумыҙ серенә ихлас өйрәткән Дилара Мөхөтдин ҡыҙынан тормош һабағы алыу – үҙе оло мәртәбә! Ул мөнәжәттәр, нәсихәттәр йырларға ла өйрәтә, тормошсан дини һабаҡты ла бик фәһемле итеп бирә. Олоһона ла, кесеһенә лә теләктәр, алғыштар әйтергә өйрәтә.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хажиә Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡоваға һәм уның етәкселегендәге “Яугүл” халыҡ фольклор ҡумыҙсылар ансамбленә уңыштар юлдаш булһын. Ҡумыҙ серен киләһе быуындарға өләшеп, матур тәрбиә һабаҡтары бирһендәр.

Читайте нас