Төп бүләк - 50 мең һумлыҡ сертификат!

Сибайҙа "Урал аръяғы тауышы. Балалар" проекты башланды. Ҡатнашыу шарттары хаҡында - яҙмала.

Сибай ҡалаһында матур йолаға әйләнә барған сара көтөлә: “Урал аръяғы тауышы. Балалар” конкурсы буласаҡ.
Әле проектта ҡатнашырға теләгәндәрҙән заявкалар ҡабул итеү башланды. Йыр-моңға маһир ете – ун дүрт йәшлек малай һәм ҡыҙҙарға https://vk.com/goloszauralya махсус төркөмөнә инеп, конкурс шарттары менән ныҡлап танышырға кәрәк.
Конкурстың иң ҙур бүләге - 50 мең һумлыҡ сертификат. Әйҙәгеҙ, тәүәккәлләгеҙ, йәштәр!
Фото: "Башинформ".
Читайте нас