Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың һутлы тел менән яҙылған әҫәрҙәре, халыҡсан геройҙары күптәр күңеленә яҡын.
Ошо көндәрҙә Өфөләге Мәжит Ғафури исемендәге мемориаль йорт-музейҙа әҙибә әҙәбиәт һөйөүселәр һәм үҙенең очерк геройҙары менән осрашты. Йылы аралашыуға ҡоролған сараны йорт-музейҙың мөдире, әҙәбиәт белгесе Ғәҙилә Бүләкова ойоштороп алып барҙы.
Осрашыуҙа билдәле яҙыусылар, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт белгестәре менән бер рәттән Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары ла ҡатнашты. Улар халыҡ яҙыусыһы, уның әҫәрҙәре геройҙары менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү мөмкинлегенә эйә булды. Ошо юғары уҡыу йорто доценты, филология фәндәре кандидаты Нәйлә Әхмәтйәнова Таңсулпан Ғарипованың очерктарының үҙенсәлеген, уларҙың халыҡсан телен, әҙәби тасуирлау көсөн айырып билдәләне.
“Минең күп кенә очерк геройҙарым артабан әҙәби әҫәрҙәремдең геройҙарына әүерелде”, - ти яҙыусы үҙе лә. Тап ошо сифат Таңсулпан Ғарипованың ижадын тормошсан итә лә инде.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар яҙыусы менән әҫәр геройҙарының осрашыуына ҡоролған сараның башҡорт әҙәби мөхитендә тәүге тапҡыр үткәрелеүен дә билдәләне. Кисә барышында Таңсулпан Ғарипова Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева менән бергә моңло йыр ҙа бүләк итте. Әҙибәнең коллегалары һәм яҡындары уның матур йырлауы, халыҡ ижадын яҡшы белеүе тураһында электән хәбәрҙар. Башҡорт фольклорына, халыҡ ижадына һөйөү Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәрендә лә киң сағылыш тапҡан.
Кисә һуңында әҙәбиәт һөйөүселәр яҙыусының автографы менән китап алып та ҡыуанды.
Фото: Мәжит Ғафури исемендәге мемориаль йорт-музейы.