Куйбышевта (хәҙер – Һамар ҡалаһы) чапайсылар һәйкәлендә башҡорт яугире образында шағир Ғайса Йосоповтың һыны кәүҙәләндерелгән. Хәрби табип, шағир Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Был шиғыр уға бағышланған.
Куйбышевҡа килдем мин Ҡазандан,
Баҫып торам һәйкәл янында.
Ун туғыҙынсы йылдың таңында!
Алда – Чапай. Ҡулда – үткер ҡылыс,
Ярһый аттар, сыңлай дағалар.
Һуғышсылар ерҙән шыуышалар,
Аҡ һаҡаллы бабай ҙа бар бында,
Яңы мыйыҡ сыҡҡан егет тә.
Ҡанатланып оса, гүйә, апай,
Аты батҡан ап-аҡ күбеккә.
Анка-пулеметсы кеүек батыр
Апайҙар ҙа алғы сафтарҙа.
Чапайсылар тимер ташҡын булып
Күтәрелгән илде һаҡларға.
Легендаға ингән был кешеләр
Күңелдәрҙә ҡалған уйылып.
Бара улар быуаттарҙы кисеп,
Ғорурланып ҡарайым үҙҙәрен.
Сеү! Быныһы кем? Ҡулға мылтыҡ тотҡан...
Дөрөҫ күрәме һуң күҙҙәрем?
Был бит беҙҙең яҡташ – башҡорт улы.
Шағир Ғайса туған түгелме?
Чапайсылар менән еңеү яулай,
Чапайсылар белмәй үлемде!
Һаумы, шағир! Һаумы, фронттарҙа
Утты-һыуҙы кискән баһадир!
Чапайсылар кеүек, ҡурҡыу белмәй
Фашистарҙы ҡырған батыр ир!
Иҫән саҡта был батырҙар менән
Таш һын булып алға атланың...
Фашистарға ҡаршы һуғыштарҙа
Чапайсылар исемен аҡланың.
Ғорурланып ҡарайым һиңә, Ғайса,
Йыр китабың минең ҡулымда.
Һинең ҡулда – мылтыҡ! Батырлыҡтың
Символы һин килер быуынға!