Марсель Сәлимовтан – королеваға бүләк!

Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге сайты ошо шәп яңылыҡты хәбәр итте. Лондондағы “Hertfordshire Press” нәшриәтендә күренекле яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовтың “Тишекле таш” һәм тағы бер повесы ингән “Бығаса бер кем дә яҙмаған китап” китаптары инглиз телендә баҫылып сыҡҡайны. Күптән түгел нәшриәт авторға үтә лә ҡыҙыҡлы тәҡдим менән мөрәжәғәт иткән.

Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге сайты ошо шәп яңылыҡты хәбәр итте. Лондондағы “Hertfordshire Press” нәшриәтендә күренекле яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовтың “Тишекле таш” һәм тағы бер повесы ингән “Бығаса бер кем дә яҙмаған китап” китаптары инглиз телендә баҫылып сыҡҡайны. Күптән түгел нәшриәт авторға үтә лә ҡыҙыҡлы тәҡдим менән мөрәжәғәт иткән.


“Китабығыҙҙы сит илдә баҫтырып сығарыр өсөн беҙҙең нәшриәтте һайлағанығыҙҙы сикһеҙ баһалайбыҙ. Хеҙмәтегеҙҙе билдәлерәк итеүҙе үҙебеҙҙең бурыс тип һанайбыҙ, сөнки уның бөтә донъяла китап уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырына шигебеҙ юҡ, – тип яҙған улар. – Әлеге хаттың маҡсаты – һеҙгә өс төрлө мөмкинлек биреү: 1) китабығыҙҙы Рәсәй, Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан университеттары һәм китапханаларына тапшырыу (бар почта сығымдарын нәшриәт үҙ өҫтөнә ала); 2) халыҡ-ара тәнҡитселәрҙән китабығыҙға ревью (йәғни рецензия – авт.) яҙҙырыу; 3) китапты Бөйөк Британия королеваһына йәки премьер-министрына, АҠШ президентына (кемде һайлау – һеҙҙең ҡарамаҡта) бүләккә ебәреү”.
Автор теләге буйынса, уның инглиз телендә сыҡҡан китабы байтаҡ Евразия илдәренең төп китапханаларына тапшырылған. Ә “Бығаса бер кем дә яҙмаған китап”тың бүләк данаһын нәшриәт авторҙың хаты менән бергә Англия королеваһы Елизавета Икенсегә уның тыуған көнөнә бүләк итеп ебәргән. Хатында яҙыусы королеваның оло юғалтыуы – ире принц Филиптың вафаты сәбәпле ҡайғыһын уртаҡлашып, былай тип яҙған: “Тормоштағы был бушлыҡты бер ни менән дә тултырып булмаҫын аңлап, Һеҙгә рухи ныҡлыҡ, ҡаһарманлыҡ теләйем. 73 йыл буйы бергә йәшәгәнегеҙҙе һәм һеҙҙең союз Британия монархияһы тарихында иң оҙайлы, бәхетле булғанын белгәнгә, ғаиләгеҙҙе королдәр, хандар, батшалар, президенттар өсөн генә түгел, планетабыҙҙың һәр кешеһенә лә өлгө, тип иҫәпләйем.
Хөрмәтле Королева ғәли йәнәптәре! Бар күңелдән һеҙҙе юбилейығыҙ менән ҡотлайым һәм Евразияның үҙәгендә йәшәгән ватандаштарымдың тормошо, мөхәббәте тураһындағы китабымды бүләк итәм”.
Был китабы өсөн авторҙың 2017 йылда Стокгольмда үткән VI Халыҡ-ара әҙәби фестивалдә “Йыл ынтылышы” махсус премияһына лайыҡ булғанын иҫкә төшөрөп китеү урынлы булыр. Ул саҡта “Hertfordshire Press” нәшриәт йорто етәксеһе Марат Әхмәджанов: “Үҙенең ҡабатланмаҫ сатира һәм юморы менән атаҡлы башҡорт яҙыусыһы ысын мәғәнәһендә ижади ынтылыш яһаны”, – тип билдәләгәйне. Китапты Евразия ижади гильдияһы рәйесе Лаура Гамильтон да юғары баһаланы: “Хәҙер инглиз телле уҡыусыларға ла таныш булған башҡорт яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың ижады үҙенсәлекле йор алым менән Евразия үҙәгендә йәшәгән көләс, дуҫтарса мөнәсәбәттәге башҡорт халҡының тормошо һәм мәҙәниәте менән таныштыра”.
Һуңғы йылдарҙа Мар.Сәлимдең китабы Евразия илдәрендә булып торған күргәҙмә, йәрминкәләрҙә генә түгел, Австралия, Яңы Зеландия, Канада һәм АҠШ-тың онлайн-магазиндарында ла урын алды. Ул донъяла ҙурлығы буйынса икенсе булған Британия китапханаһында бар, шулай уҡ уны интернеттағы иң ҙур сауҙа нөктәһе – “Амазон” аша ла һатып алырға мөмкин.
Әйткәндәй, Халыҡ-ара көлкө көнөндә республикабыҙҙың Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында яҙыусының “Тишекле таш” йыйынтығының исем туйы булып үтте. Уны хәҙер китап магазиндарынан алырға була.
Читайте нас