Ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһенең яратҡан ҡумтаһы бар. Кемдер унда биҙәнеү-төҙәнеү әйберҙәрен һаҡлай. Мәҫәлән, Восточный ауылында йәшәгән хужабикә башҡорт халыҡ кейеменә тәғәйен биҙәүестәр эшләү, кейеҙ баҫыу оҫтаһы Алина Хантимерованың һандығында иһә төҫлө йөндән берет, ҡатын-ҡыҙҙар сумкаһы, быйма, тапочкалар урын алған. Мәрйен менән биҙәлгән, ҡояш нурында балҡыған нәзәкәтле йомшаҡ әйберҙәрҙең матурлығын әйтеп аңлатыу мөмкин түгел, уларҙы үҙ күҙең менән күрергә кәрәк.
– Аҡ йөнгә вискоза – ебәк ҡушып эшләнгән сумканы һеңлемә туйға бүләк иттем, юбилейын, тыуған көнөн байрам иткәндәргә иҫтәлеккә бирәм, – ти Алина.
Ул үҙенең эш өлгөләрен күрһәтә, йөндө әүәләп, эш барышын аңлата. Күңел йылыһы менән һуғарылған ҡул эштәре ғәжәйеп матур. Тәбиғи ебәкте – Ҡаҙағстан, Павлодар яҡтарынан, фурнитураны интернет аша алдыртҡан. Баҡтиһәң, тапочка әүәләр өсөн Троицк фабрикаһында етештерелгән йоҡа йөн ҡулай икән.
– Ауылдарҙа халыҡ һарыҡ йөнөн ҡайҙа ҡуйырға белмәй хәҙер, эшкәртеп тә тормайынса арзан хаҡҡа һата йә ташлай, – тип һүҙгә ҡушыла Алинаның әсәһе Рәйсә апай. – Йәйге, яҙғы һарыҡ йөнө ойоҡбаш бәйләргә барһа, көҙгө йөн ултыра – уныһынан быйма баҫырға яраҡлы. Киләсәктә үҙе теткән йөндө һатыуҙыҡына ҡушып әүәләргә иҫәптәре. Юҡһа һатып алынған йөндөң хаҡы “тешләшә”.
Алина ҡашмау һәм башҡа милли кейемде ижад итергә тотонор алдынан китаптарҙан кәңәштәр уҡыған, Өфөләге Милли музейҙағы күргәҙмәләргә барған, тарих менән ныҡлап танышҡан. Оҫтабикә жилет та теккән. Былтыр райондың ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаларына оҫталыҡ дәресе үткәргән, йөндән әүәләп һаҡал, сәскә эшләргә өйрәткән. Баҡтиһәң, йөндө әүәләгәндә москит селтәре, ҡалтыратып тығыҙлау машинаһы ҡулайлы икән. Шулай ҙа күпме түҙемлек, тәртип, оҫталыҡ, иң мөһиме – теләк талап итә был сәнғәт.
Алинаның һайлаған һөнәре үҙенең холоҡ-фиғеленә йоғонто яһағандыр. Ул Башҡортостан дәүләт аграр университетында һыу менән тәьмин итеү, канализация системаһы буйынса диплом эшен яҡлай, Өфөлә проектлаусы булып эшкә урынлаша. Улы Асҡарҙы тәрбиәләп, декрет ялында булһа ла, ситтән тороп эшләүен дауам итә: һыу таҙартыу ҡоролмалары проектын һыҙа. Ауылда интернет та насар тота, бала ла үҙенә иғтибар талап итә, шуға ҡайһы берҙә төнөн тороп һыҙмаларға тотонғаны ла бар.
Яҡындарына нур өләшеп, һәр эшенән кинәнес тапҡан, матурлыҡ тыуҙырған Алина Хантимерованың эштәренә һоҡланып туйманым.
Тирә-яғыбыҙҙа талантлы кешеләр иҫ китмәле күп бит ул, шуға күрә ҡыйыуыраҡ булығыҙ, төрлө бәйгеләрҙә үҙегеҙҙе күрһәтегеҙ. Ижадығыҙ яҡындарығыҙҙы ғына түгел, башҡаларҙы ла һөйөндөрһөн.