Илештәрҙең илһам сәғәте

Ҡунаҡсыл да, ижади ҙа икән был халыҡ.

Илеш районы Башҡорт тарихы йылы айҡанлы ойошторолған “Тарих яҙыр инем ташына” әҙәби марафонын ҡабул итте.

Ҡунаҡсыл халыҡ илештәр – уларҙың яҡты йөҙө, йыр-моңо ишек тупһаһынан уҡ башланды.


“Шағирлыҡ – ул күңел торошо”


Өфөнән килгән Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир, тарихсы Фәнил Күзбәков, йәш быуын шағирәһе Айгөл Йәмилеванан тыш, яҙыусы­лар Илдус Тимерханов, Рафаэль Хафизов, Илеш районы хакимиәте вәкилдәре Рөстәм Хисаметдинов, Рөстәм Әхмәҙиев, Илеш районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илшат Сибәғәтуллин, шағирә Светлана Васикова, район ижадсыларын туплаған “Илһам”, “Балҡыш” ижади берекмәләре ағзалары, китапханасылар ҡатнашҡан сараны Илеш районының үҙәк китапханаһы хеҙмәткәре Клара Хәлиуллина алып барҙы.
Был төбәктә байтаҡ йылдар “Маяҡ” район гәзите янында “Балҡыш” ижади берекмәһе эшләп килә. “Устав, положениебыҙ булһа ла, айырым бина юҡ”, – ти берекмә ағзалары. Был ойошмала шөғөл­лән­гәндәр даими рәүештә китап йыйынтыҡтары сығара, кемдекелер дәүләт нәшриәтендә лә, үҙнәшер булып та донъя күрә.
“Тарих яҙыр инем ташына” республика әҙәби марафонында, “Балҡыш” берекмәһенән тыш, “Илһам” әҙәби-мәҙәни ойошмаһы ла ҡатнашты. Ике берекмә лә үҙҙә­рен борсоған хәлдәрҙе билдәләне: Илештә әҙәбиәткә ылыҡҡан йәштәр әҙ, ғөмүмән, юҡ кимәлендә.
Был төбәк әҙәбиәткә Роберт Миңнуллин, Суфиян Поварисов, Муса Сиражи, Ринат Хәйри кеүек шағирҙарҙы бүләк иткән. Шуға күрә “Балҡыш”та ла, “Илһам”да ла әүҙем яҙышҡан ижадсыларҙың байтаҡ булыуына аптырарға түгел.
– Өйҙә ултырырға яратмайым, улай ауырыуға һабышып китергә лә мөмкин, ошондай сараларға йөрөргә тырышам. Өс китап авторымын, – тине үҙенең сығышында урындағы шағирә Фәнә Минһажева.
Ике китап авторы Рәлиф Шәғә­лиев балалар өсөн дә яҙа. “Шиғыр­ҙарым аша балаларға лайыҡлы тәрбиә бирергә тырышам”, – тине ул.
“Тарих яҙыр инем ташына” марафонында ҡатнашҡан иң өлкән кеше, моғайын да, Радик Мөслөхов булғандыр. 80 йәшлек уҙаман төрлө йүнәлештәрҙә ижад итә, сатирик әҫәрҙәр ҙә, йәш быуын өсөн дә шиғырҙар яҙа. Уның ижады йәнлелеге, образдар байлығы, үҙенә генә хас яҙыу стиле булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Моғайын, бында, тормош матурлы­ғын күрә белеү менән бер рәттән, тормош тәжрибәһенең дә йоғон­тоһо барҙыр.
– Күпме китап уҡыһам да, башымда китап яҙырмын тигән уй бер ҡасан да яралғаны булманы, – тине Радик Зыязов һәм Өфөнән килгән ҡунаҡтарға шиғырҙар йыйынтығын бүләк итте.
Йәш быуын вәкилдәренән әҙәби сарала Иҙел Фәтхетдинов бар ине. Егеткә – 19 йәш, ул мөмкин­лектәре сикләнгәндәр төркөмөнә ҡарай, әммә күңеле зәғиф түгел уның – бәләкәйҙән ижадҡа тартыла, икенсе класта уҡығанда әкиәттәр ижад итә башлай, шиғырҙар ҙа яҙа.
Мәрйәм Шәмсулова сәсмә әҫәрҙәр ҙә ижад итә, нәфис һүҙ оҫтаһы ла. “Ҡайҙа ғына барһам да, шиғыр-күстәнәстәр менән йөрөйөм”, – тине ул һәм, әҙәби байрамға йәм өҫтәп, Әнғәм Атнабаевтың шағирҙар хаҡындағы шиғырын ятҡа һөйләп ишеттерҙе. Был шиғырҙың

“Халҡына алҡынған уҡтарҙы

Йөрәге арҡылы үткәрҙе”

тигән юлдары айырыуса хәтерҙә уйылып ҡала.
Илеш ижадсыларының төрлөһө әҙәбиәткә төрлөсә килгән – кемдер тәүҙә таҡмаҡтар, шаян шиғырҙар яҙып, етди темаға күскән, кемдең­дер эше, һөнәре ҡәләм тоторға этәргән.
– Илеш ере миңә айырыуса яҡын, – тип башланы һүҙен баш ҡала ҡунағы, шағир Фәнил Күзбә­ков. – Бында дуҫтар йәшәне, әле лә йәшәй. Ерҙәрҙе кешеләр аша яҡын күрәһең шул. Әҙәм балаһы хәтерле булыуы менән көслө. Үҙенең генә түгел, халҡының да үткәнен иҫләй башҡорт халҡы. Беҙҙе мөһим сара көтә, ул – Халыҡ иҫәбен алыу. Ошоға яуаплы ҡарап, тамырҙары­быҙҙы барлаһаҡ ине. Ә әҙәбиәткә иғтибар – ул кеше күңеленә иғти­бар, әҙәм балаһы матди байлыҡ менән генә йәшәмәй бит. Шағирлыҡ – ул күңел торошо. Шиғыр яҙмай ҙа шағир булыуы мөмкин кешенең.

Илеш районы хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге етәксеһе Рөстәм Хисаметдинов ҡунаҡтарға, ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
– Китап яҙа икән кеше – уның күңелендә насар уйға урын ҡалмай. Бындай осрашыуҙар кәрәк. Элек шағирҙар колхоз эшселәре, меха­низаторҙар алдында йыш сығыш яһаған, – тине ул.
Рөстәм Хисаметдинов шулай уҡ был яҡ һөйләшенең үҙенсәле­генә лә туҡталды:

– Һөйләшебеҙҙе башҡорт теле­нең төньяҡ-көнбайыш диалекты итеп танынылар. Бар Илеш халҡы һеҙгә, яҙыусы-шағирҙарға, ҡарап тора. Халыҡ иҫәбен алыу йылында әүҙем ҡатнашайыҡ.
Шағирҙарын ҙурлаған ер хөрмәткә лайыҡ


Марафондың икенсе өлөшө Илеш шағирәһе Рита Солтановаға арналды – уның ижад кисәһе үтте.
Рита Солтанова Илеш районы Баҙытамаҡ ауылында донъяға килә. Хеҙмәт юлын шәфҡәт туташы, уҡытыусы, тәрбиәсе булып үтә, радиохәбәрсе, мөдир, журналист та була, сауҙа өлкәһендә лә эшләй.
Шиғырҙары төрлө йылдарҙа төрлө йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыға. Яҡташтарына ул шиғырҙар ғына түгел, йырҙарға һүҙҙәр авторы ла булараҡ билдәле.
Рита Солтанованың ижад кисә­һенең гүзәл сәбәбе – уның ошо йылда “Баҙы моңдары” исемле шиғырҙар китабы донъя күргән. Йыйынтыҡҡа 94 шиғыры ингән, улар тыуған ергә, хозур тәбиғәтенә, һөйөү хистәренә, йыл миҙгелдә­ренә, ижад тыуҙырған кисереш­тәргә һәм, ғөмүмән, тормош биҙәктәренә арналған.
Сарала шағирәнең ҡәләмдәш­тәре һүҙ тотто, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны. Рита Солтановаға урындағы ҡоролтай рәйесе Илшат Сибәғәтуллин Рәхмәт хаты тапшырҙы.
– Яҡташтарыма һүҙ ҡәҙерен, һүҙҙең тәмен белеп ошондай саралар үткәргәне өсөн рәхмәт, – тине үҙ сығышында тағы ла бер Илеш шағиры Рафаэль Хафизов, һәм тыуған төбәгенә шиғырҙар арнаны:

“Илештәй йыр-моңло

Башҡа ер юҡ миңә”.
Рита Солтанованың һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар араһында иң иҫтә ҡалғаны “Етем ҡалды тальян гармуның” тип исемләнгәне булды. Уны моңло итеп гармун моңдарына Рәүилә Аҡмарова башҡарҙы. Был шиғырҙа, йырҙа – донъялағы иң ҡәҙерле кешеләрҙең береһе атайға булған һағыныу, уны юҡһыныу, уның менән бергә булған мәлдәрҙе ҡайтарып алыу мөмкин түгеллектән тыуған әсе һағыш ярылып ята.
Ҡәләмдәштәренә шулай уҡ күренекле Илеш шағирҙары, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары Илдус Тимерханов, Светлана Васикова ла шиғри ҡотлауҙар юлланы.
Шиғыр яҙыуҙан тыш, Рита Солтанованың тағы ла бер матур шөғөлө бар икән – ул таштарҙы биҙәй. Баҙы, Ағиҙел ярҙарынан үҙенсәлекле таштарҙы йыйып ала ла уларға йән өрә – төрлө буяуҙар ярҙамында таштар төрлө йән эйәләренә әйләнә. Был үҙенсә­лекле ҡул эштәренән күргәҙмә лә теҙелгәйне сара үткән китапханала.
“Таштар, шиғырҙар менән ма­уығыуым бала саҡтан килә”, – тине шағирә үҙе был шөғөлө хаҡында.



Муса Гәрәев самолеты, өр-яңы китапхана үҙәге...


Сара бөткәс тә, Илеш ере беҙҙе ебәрергә ашыҡманы: район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рөстәм Әхмәҙиев, баш китапханасы Айгөл Яҡупова оҙатыуында баш ҡала ҡунаҡтары тирә-яҡты өйрәнеү, Муса Гәрәев музейҙарында булдыҡ, хатта танылған осоусының самолетына инеп, штурвал янына ла ултырып ҡараныҡ.
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар осоусы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Муса Гәрәев менән Илештә ғорурлан­маған кеше юҡтыр, моғайын. Уның яҡты иҫтәлегенә район үҙәге Үрге Йәркәйҙә ике ҡатлы музей ҡалҡып сыҡҡан, уның биләмәһен осоусы­ның шәхси самолеты биҙәй.

Тарихтың үҙенә ҡағылғандай булаһың бында килеп ингәс: ана Муса Гәрәевтең кителе менән шинеле тора, ана фотоһүрәттәре, хатта уның менән бер хозур ҙа, тарихи ла мәлде мәңгеләштергән видеояҙма ла һаҡлана: Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, осоусы тыуған Иләкшиҙе ауылына самолетта ҡайта, уны түҙемһеҙләнеп, иң яҡшы кейемдәрен кейеп, ауылдаштары ҡаршылай. Тимер ҡоштоң тәгәрмәстәре ергә тейер-теймәҫ, ауыл халҡы ҡаһарман егеттең ҡаршыһына йүгерә. Муса Гәрәев самолеттан ихлас йылмайып килеп төшә лә әсәһен күкрәгенә ҡыҫа... Быларҙы ҡарайһың да, уның бала сағындағы матур ваҡиға хәтерҙә яңыра: бәләкәй Муса, ҡыр ҡаҙҙарын күреп, оҙаҡ әҫәрләнеп тора ла әсәһенә: “Минең дә ҙурайғас ошо ҡаҙҙар кеүек осҡом килә”, – ти...
Андреевка ауылына ла сәйәхәт ҡылдыҡ – бында күптән түгел асылған үҙәк модулле китапханала беҙҙе халыҡтар дуҫлығына йәнле шаһит булараҡ, рус милли кейемендәге матур апайҙар йыр менән ҡаршы алды. Артабан китапхана хеҙмәткәрҙәре ҙур бина буйлап экскурсия ойошторҙо.

“Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә төҙөлгән үҙәк сынъяһау: бында ҙур тамаша залы ла, уҡыу залдары ла, кескәйҙәр өсөн уйын майҙаны ла бар. Китаптарҙың йәнеңә теләгәнен һайларға мөмкин, уларҙы ултырып ҡына түгел, хатта ятып уҡып та була: бының өсөн уңайлы креслолар ҡуйылған.

Кескәйҙәр өсөн дә бында уңайлы шарттар булдырылған: махсус планшеттар ярҙамында белемде уйын аша үҙләштерергә була, ә Ер шары глобусына махус ҡәләм менән төртөп, уның теләһә ҡайһы нөктәһе хаҡында әллә күпме хәбәр алырға мөмкин.
Уҡыусылар, мәктәптән һуң бында килеп уйнап, белемдәрен дә камиллаштырып ҡайта ала.

* * *


Әҙәби марафон тәнәфескә туҡтап торған мәлдә яныбыҙға ошо мәлдәрҙе фотоаппаратҡа, видеокамераға мәңгеләштереп йөрөгән ағай килде. Фикус Сәйетов тип таныштырҙы ул үҙен һәм күңелендәген әйтмәйенсә түҙмәне:
– Шағир Суфиян Поварисов менән атайым һуғышта бергә йөрөп ҡайтҡан. Улар ғүмер буйы дуҫ булды. Шуға бөгөн ошо шиғри мөхиткә ҡыуанып йөрөйөм. Шиғриәткә һөйөү бала саҡтан һеңгәндер инде...
Хәйер, бер уға ғынамы икән – “Тарих яҙыр инем ташына” әҙәби марафонында ҡатнашҡан һәр кемдең йөҙөндә сағыла ине был илаһи мөхиткә ҡарата һөйөү ҙә, тоғролоҡ та...


Илеш районы.
Читайте нас