Мираҫҡа ҡалған ҡулъяҙмалар

Тыуған илгә һөйөү тыуып үҫкән ереңдең, урындағы ер-һыу атамаларының тарихын белеүҙән башлана. Нәҫел тамырын белмәгән кеше тамырһыҙ ағасҡа бәрәбәр. Шуғалыр ҙа башҡорттар элек-электән ата-бабаларының шәжәрәһе менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған, уны йәш быуынға аманат итеп ҡалдырған, күҙ ҡараһындай һаҡлаған.

Тыуған илгә һөйөү тыуып үҫкән ереңдең, урындағы ер-һыу атамаларының тарихын белеүҙән башлана. Нәҫел тамырын белмәгән кеше тамырһыҙ ағасҡа бәрәбәр. Шуғалыр ҙа башҡорттар элек-электән ата-бабаларының шәжәрәһе менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған, уны йәш быуынға аманат итеп ҡалдырған, күҙ ҡараһындай һаҡлаған.


Һәр төбәктә тыуған яҡты өйрә­неүселәр, тарихи мираҫыбыҙҙы һаҡлаусылар булған. Улар үҙҙә­ренең йөрәк ҡушыуы буйынса тыуған яғының тарихын бөртөкләп йыйған, оло быуын кешеләренән һорашып, архивтарҙа соҡоноп, төрлө ҡулъяҙмаларҙы өйрәнеп, атайсалының тарихын теркәгән. Шундай оло йөрәкле шәхестәрҙең береһе – Хәйбулла районының тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе мәға­риф ветераны Рафаил Рәхимов.
Атаһының вафатынан һуң ике тиҫтә йыл үткәс, уның ҡыҙы Рәсимә Туғыҙбаева “Хәйбулла ауылдары. (Үҙ төбәген өйрәнеүсе яҙмала­рынан)” тип аталған китабын сыға­ра. Был китаптың нәшерләнеүе – район халҡы өсөн оло тарих һәм ҙур ҡыуаныс, сөнки йыйынтыҡта Рафаил Рәхимовтың төрлө йыл­дарҙағы ҡулъяҙмалары, архив­тарҙан, тарихи сығанаҡтарҙан, оло­ларҙан һорашып йыйған мәғлү­мәттәр, ифрат бай хеҙмәте туплан­ған. Рәсимә Рафаил ҡыҙы, уны оҙаҡ йылдар буйы өйрәнеп, бер системаға һалған һәм атаһының оло хеҙмәтен китап итеп сығарыуға өлгәшкән.
– Атайымдың йәшник-йәшник ҡағыҙҙары – миңә мираҫҡа ҡалған ҡулъяҙмалар ул, – тип һүҙ башланы Рәсимә Рафаил ҡыҙы. – Ғаиләлә беҙ биш бала үҫтек, әммә атайым­дың бүлмәһендә ошо ҡағыҙҙар өҫтөндә эшләгәндә, беребеҙ ҙә уға ҡамасауламаны, мәшәҡәт тыуҙыр­маны. Әсәйем Рәймә Ханнан ҡыҙы беҙҙе шулай тәрбиәләне, шуға күрә һәр беребеҙ был ҡулъяҙмалар менән атайыбыҙҙың нисек эшлә­үен, күпме эш алып барыуын яҡшы белә. Атайым мәктәптә эшләне, әммә беҙ уның ялын күрмәнек, отпускыһында ла ул ауылдан-ауылға йөрөп, ололарҙан тарих йыйыр ине, архивтарҙа ултырып, әллә күпме документты өйрәнде. “Ололарҙан яҙып алған мәғлүмәт­тәр – ярты тарих, ә уларҙы архив материалдары менән нығытып ҡуйыу – тулы тарих” тигән һүҙен әле лә хәтерләп алабыҙ.
Рафаил Сәләхетдин улы төрлө йылдарҙа Ғәлиәхмәт мәктәбендә уҡытыусы, директор, Аҡъяр балалар йорто директоры, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге инспекторы, райондың киске һәм ситтән тороп уҡыу урта мәктәбе директоры, балалар турбазаһы директоры булып эшләй. Һәр ваҡыт етәксе вазифала эшләүенә ҡарамаҫтан, буш ваҡыты булыу менән яратҡан шөғөлөнә тотонор булған. Тыуған яғын өйрәнеүсе Рафаил Рәхимов Гөбөрлө йылғаһы буйындағы башҡорт ауылдарында булғанда боронғо яҙмалар, Үҫәргән шәжәрәләренең яңы күсермәләрен таба. Уның эштәре 1988–2000 йылдарҙа район, республика гәзиттәрендә, “Ватандаш”, “Ағиҙел” журналдарында баҫыла. Мәғариф өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте өсөн “РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы”, “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була, бик күп почет грамоталары менән бүләкләнә.
“Хәйбулла ауылдары” кита­бының исем туйында авторҙың туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре генә түгел, тыуған еренә битараф булмаған бик күп халыҡ ҡатнашты. Үҙәк район китапхана хеҙмәт­кәрҙәре (директоры – Аксана Сынбулатова) сараны бик матур итеп алып барҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙенең нисәмә йыл буйы йыйған хеҙмәт­тәренең ташҡа баҫылып сығыуын автор ғына күрә алмаған. Уйлап ҡараһаң, күпме тарихи хеҙмәт тупланған, йәш быуынға аманат булыр оло бүләк донъя күргән. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: Рафаил Рәхимовтың хеҙмәтенә рецензияны билдәле тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров яҙған.
Сарала Рафаил Сәләхетдин улының яңы китабына ҡарата бик күп матур һүҙҙәр әйтелде, уның хаҡында яҡты хәтирәләр, ҡыҙыҡлы хәлдәр иҫкә алынды. Әйткәндәй, фойела тормош юлына һәм ижадына арналған бай күргәҙмә лә ойошторолдо.
Район ауылдарының тарихын, ер-һыу атамаларын, ара-ырыу шәжәрәләрен йыйып, уларҙы ғәрәп графикаһынан кириллицаға күсе­реп, иҫ киткес хеҙмәттәрен бергә туплаған был китап, ысынлап та, – Хәйбулла халҡы өсөн оло ҡомартҡы, фәнни хеҙмәт, бик бай мәғлүмәтле дәреслек тә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ошо йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итте. Хәйбуллаларҙың исемле йылды тап ошо китап менән таныш­тырыуҙан башлауы юҡҡа түгел. Яңы китап – үҙе тотош тарихи йылъяҙма, йәнле тарих, киләсәк быуын өсөн оло аманат та.
Яҡташтары үҙҙәренең абруйлы шәхесен онотмай, Рафаил Рәхи­мов­тың исемен мәңгеләштереү маҡсатында ул йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Аҡъяр урамдарының береһе уның исемен йөрөтә.


Хәйбулла районы.
Читайте нас