Талантлылар, егәрлеләр, етеҙҙәр

1895 йылдың 7 майында (иҫке стиль буйынса – 25 апрелдә) Рәсәй физигы А.С. Попов Рус физика-химия йәмғиәте ултырышында яңы ҡорамал менән таныштыра. Тап ошо ваҡиға илебеҙҙә радиобәйләнештең, радио тармағының үҫешенә юл аса. Әлбиттә, быға тиклем был өлкәлә тикшеренеүҙәр уҙғарған, асыштар яһаған кешеләр була.

1895 йылдың 7 майында (иҫке стиль буйынса – 25 апрелдә) Рәсәй физигы А.С. Попов Рус физика-химия йәмғиәте ултырышында яңы ҡорамал менән таныштыра. Тап ошо ваҡиға илебеҙҙә радиобәйләнештең, радио тармағының үҫешенә юл аса. Әлбиттә, быға тиклем был өлкәлә тикшеренеүҙәр уҙғарған, асыштар яһаған кешеләр була.


Бөгөн радио – халыҡ тарафынан яратып ҡабул ителгән, мәғлүмәт алыу өсөн иң ҡулай, уңайлы киң мәғлүмәт сараларының береһе. Һөнәри байрамдары уңайынан беҙ коллегаларыбыҙға – талантлы, егәрле, етеҙ радиожурналистарға “Был өлкәгә юлығыҙ нисек башланды?”, “Ни өсөн тап радио, мәҫәлән, телевидение йәки гәзит түгел?”, “Радиожурналист ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?”, “Эшегеҙҙең ыңғай һәм кире яҡтары?”, “Радио һеҙҙең өсөн нимә ул?” кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.


Зөлфиә ДАЯНОВА, Башҡорт­остандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре:

– БДУ-ны тамамлағас, “Китап” нәшриәтенә эшкә урынлаштым. Унда бер йылдан ашыуыраҡ эшләгәс, “Тамыр” телерадиоканалынан: “Бер нисә сценарий яҙ ҙа беҙгә алып кил”, – тип шылтыраттылар. Мин тиҙ генә өс сценарий яҙып, “Тамыр”ҙың директоры Луиза Азамат ҡыҙы Фархшатоваға алып килдем. Ул сценарийҙарымды алдымда уҡ уҡып сыҡты ла, “эшлә”, тине. Шулай итеп, 1996 йылдың февраленән алып радиола “Иләү” тапшырыуын әҙерләй башланым.
Улым Шамил тыуғас, өс йәше лә тулмаҫ борон, тапшы­рыуҙарға алдым. Кеше бала­һына ҡарағанда, үҙ балаң менән эшләү күпкә ауырыраҡ икән, сөнки унан гел күберәкте талап итәһең, ҡайһы ваҡыт һүҙҙәрҙе һин теләгәнсә әйтә алмаһа, үҙ балам әле, тип асыу­ланып та ҡуяһың.
Тапшырыуға килгән балалар ҡыҙыҡ хәбәрҙәр һөйләп йә көлдөрә, йә аптырата. Мәҫәлән, өс йәшлек Сулпан Ғәлиуллина тигән ҡыҙыҡай: “Беҙгә малай-сестренка кәрәк”, – тип көлдөр­гәйне. Бер ваҡыт Камила Дәүләтбирҙина исемле ҡыҙыҡай йән-фарман йүгереп килде лә: “Зөлфиә инәй, Зөлфиә инәй! Заколкам тороп ҡалған!” – тип һөрәнләп ебәрҙе. Шулай итеп, инәй ҙә булдым. Дүрт йәшлек Айзель Әҙелбаева һөйләй: “Миңә – (дүрт бармағын күрһәтә) йәш, Йософҡа – (ике бармағын күрһәтә) йәш, ә Ибраһимға бер нисә йәш тә түгел. Ул яңы тыуған”. Икенсе юлы Айзелдең аяғы бысранған. “Аяғыңды кем бысратты?” – тип һорағас, “Үҙем түгел, туфлийым бысратты”, – тип яуап бирҙе.
Бәләкәй ҡыҙҙарҙың һәм малай­ҙарҙың һөйләшеүен тыңлап, уларҙың күп ғәмәлдәрҙе ябай, тапҡыр тел менән шул тиклем дөрөҫ аңлата алыуына йыш ҡына хайран ҡалам. Балаларҙың күңел күҙе үткер булалыр, күрәһең.
“Иләү” (шулай уҡ “Сәңгелдәк”) – балаларҙың күп һорауҙарына яуап биргән танып-белеү тапшырыуы, үҙенә күрә бер энциклопедия ул. Алынған теманы асып ҡына ҡалмай, хатта әкиәт, шиғырҙар менән дә нығытып, баланың хәтеренә һалып ҡуя. Шулай уҡ әкиәттәр, шиғырҙар һөйләргә, йырларға оҫта балалар була. Уларҙы саҡырып, “Тәтелдәйҙәр “Иләү”е тигән махсус тапшырыуҙар ҙа яҙҙырабыҙ. Атай-әсәйҙәр бик теләп алып килә тәтелдәктәрен.
“Тамыр” каналында эшләгән күпселек мөхәррирҙәр радио буйынса ла, телевидение буйынса ла тапшырыуҙар әҙерләй. Мин дә икеһе өсөн дә тапшырыуҙар эшләйем. Һуңғы йылдарҙа радиола “Иләү” булһа, телевидениела – “Сәңгелдәк” һәм “Бейе” тапшы­рыуҙары. “Иләү”ҙе эфирҙа үҙем алып барам, “Сәңгелдәк”тә һәм “Бейе”лә махсус алып барыусылар төшә, ә мин сценарий яҙам, бала­ларҙы саҡырам, монтажда ҡатна­шам, бер һүҙ менән әйткәндә, тапшырыуҙы эфирға алып барып еткерәм.
“Ә ни өсөн гәзит түгел?” тигән һорауға яуабым: йәштән радио-тележурналистикала эш башлағас, был һөнәргә эҫендем һәм яратып башҡарам. Гәзиттә эшләү теләге уйыма килгәне булманы.
Ыңғай яҡтары – башҡарған эшең ялҡытҡыс түгел. Башта сценарий яҙыла, унан һуң балалар менән студияла яҙылыу йәки съемка, шунан – монтаж. Бер урында робот кеүек бер үк эште башҡарып ултырмайбыҙ. Кире яғын күрмәйем. Радиожурналист та, тележурналист та геройҙарын яҡшы итеп һөйләтә белергә тейеш, сөнки уларҙың үҙ теле менән әйткән фекере эфирға китә. Ә гәзиттә журналист үҙ оҫталығын ҡулланып, матурлап яҙа ала.
Тормошто ике өлөшкә бүлеп ҡараһаҡ, шуның ҡап яртыһын эш тәшкил итә, минеңсә. Радио һәм телевидение – минең өсөн яратып эшләгән өлкәм. “Иләү”ҙе 25 йылдан ашыу әҙерләп алып барам, малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы ҡыҙыҡ­һын­дырған бер һорауҙы ла яуап­һыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышам.


Сәриә РАМАҘАНОВА, “Юлдаш” радиоһы журналисы:

– Тәүге хеҙмәт юлымды Әбйә­лил районының “Осҡон” гәзитендә башланым. Бала саҡтан журналист булыу теләге көслө булды. Шуға ла район, республика матбуғаты менән мәктәптә уҡыған йылдарымда уҡ хеҙмәттәшлек иттем. Өйгә килгән гәзит-журналдағы һәр мәҡәләне уҡып сыға инем.
Өфөлә белем алыу мөмкинлеге теймәһә лә, мин бында мотлаҡ киләсәкмен, ошо өлкәлә эшләйәсәкмен, тип үҙемә маҡсат ҡуйҙым. Шулай бер көн эш эҙләп, баш ҡалаға юлландым. Тормошта бер нимә лә ос­раҡлы булмай тиһәләр ҙә, уйла­мағанда радиоға килеп эләктем. Икеләнеү, үкенеү булманы, минең булмышыма тура килде. Радиожурналистика нескәлектәрен әле өйрәнәм, камиллашырға тырышам.
Радиожурналист иң тәүҙә үҙ-үҙенә талапсан, яуаплы булырға тейеш. Оператив булырға, әммә “ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫергә” кәрәк, сөнки әйткән һүҙең өсөн һин үҙең яуап бирәһең. Һәр өлкәләге кеүек даими эҙләнеү, өйрәнеү шарт.
Был тормошта эшеңде яратыу, һайлаған һөнәреңдән йәм табыу – мөһим ҡиммәттәрҙең береһе. Радиола эшләүем менән бәхетлемен. Бында бер-береһен аңлаған, хөрмәт иткән татыу, берҙәм, ижади коллектив тупланған. Шуға ла башҡарған эштәребеҙ көйлө һәм уңышлы бара.

Читайте нас