Юнир Һағынбаев нисек лифтта бикләнеп ҡалған?

“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һанында, “Йома ҡунағы” рубрикаһы аҫтында, танылған йырсы, ҡурайсы Юнир Һағынбаев менән әңгәмә донъя күрҙе. Уның тулы вариантын гәзиттән һәм сайттан уҡырға мөмкин. Ә әлегә һеҙҙең иғтибарға – Юнир менән булған ҡыҙыҡлы хәл.

“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һанында, “Йома ҡунағы” рубрикаһы аҫтында, танылған йырсы, ҡурайсы Юнир Һағынбаев менән әңгәмә донъя күрҙе. Уның тулы вариантын гәзиттән һәм сайттан уҡырға мөмкин. Ә әлегә һеҙҙең иғтибарға – Юнир менән булған ҡыҙыҡлы хәл.
– Бынан ике йыл самаһы элек "Мираҫ" йыр-бейеү ансамблдең бер нисә артисына Өфө ҡалаһының элекке башлығы Өлфәт ағай Мостафин мәрхүм менән Симферополь ҡалаһына барырға тура килде. Бик матур ҡаршы алдылар. Кискеһен етди генә сараны асыу тантанаһы планлаштырылған ине. Беҙгә сит ерҙә үҙебеҙҙең мәҙәниәт, сәнғәт өлгөләре менән таныштырыу бурысы ҡуйылды. Көндөҙ сығыш яһай торған урынға барып репетиция үткәрҙек. Беҙҙең ҡала башлығы һөйләгәндән һуң мин ҡурайҙа уйнарға тейешмен.
Йәшәгән урынға лифт менән тура йөрөргә өйрәттеләр. Киске сара алдынан мин, милли кейемдәрҙе оҙағыраҡ кейеп, төркөмдән артта ҡалдым. Тиҙерәк барып етеү өсөн төшкөһөн әйткән лифтҡа ингәйнем, ул туҡтаны ла ҡуйҙы. Китмәй ҙә, сығып та булмай. Өҫтәүенә телефонымды ла алмағанмын. Шул тиклем эҫе. Төймәләргә баҫҡылайым, ҡурай һауыты – ҡаты ғына футляр менән лифтҡа һуғам – файҙа юҡ. Минең шаулауымды бер эшсе ишетеп ҡалып, саҡ асып сығарҙы. Сәхнә янына барып еткәндә Өлфәт Мансур улы һөйләп бөтөп, минең сығышты иғлан итеп торалар ине. Йүгереп барған килеш сәхнәгә сығып баҫып, ҡурай уйнап ебәрҙем. Шулай, тирләп-бешеп, саҡ уйнап төштөм. Әлбиттә, республика делегацияһының сығышына зыян килтермәүемә ныҡ ҡыуандым, - тип һөйләне артист.
Фото: Ю. Һағынбаевтың шәхси архивынан.
Читайте нас