Бөгөн "Юлдаш" радиоһының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы, "Теге өсәү"ҙең береһе Ғәзиз Әбделмәновтың ғаиләһендә шатлыҡлы көн: ҡыҙы тыуған!
Беҙ ҙә уның һәм кәләше Гөлнарҙың ҙур ҡыуанысын уртаҡлашабыҙ, бәләкәстең иҫән-һау, ата-инәле булып үҫеүен теләйбеҙ. Изге айҙа донъяға килгән сабыйҙың һәр көнө ҡояшлы булһын!
Фото: Ғәзиз Әбделмәновтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.