Фильм менән уның режиссеры Айнур Асҡаров таныштырған. Фестивалдә бөтәһе 23 кино күрһәтелгән, улар араһында тулы метражлы художестволы картиналар ҙа, документаль фильмдар ҙа булған. Алты көн буйы барған фестивалдә ижади оҫтаханалар, Рәсәй кинематографының билдәле әһелдәре менән осрашыуҙар, концерттар, ижади кисәләр ойошторолған.