Яңы түләүҙәрҙе кемдәр аласаҡ?

Рәсәйҙә киләһе йылдан “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы эш башлаясаҡ.

Рәсәйҙә “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы эш башлаясаҡ. Был хаҡта “Парламентская газета” хәбәр итә. Ауылға йәки бәләкәй ҡалаға күсеп, мәҙәниәт өлкәһендә белгес булып эшләгәндәргә бер миллион һум күләмендә аҡса түләнәсәк.
Был яңы программала ҡатнашыу өсөн белгес барасаҡ ҡала халҡы илле меңдән ашмаҫҡа тейеш. Алыҫ Көнсығыш федераль округына күсенергә теләгәндәр ике миллион һум күләмендә аҡса аласаҡ. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы документтарынан күренеүенсә, программа 2022 йылдан эшләй башлаясаҡ. Ауылға 55 йәшкә тиклемге белгестәр килә ала, яңы урында биш йыл эшләү талабы ҡуйылған.
Фото: verdekultura.ru
Читайте нас