Ошо йома, 14 майҙа, Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында ҙур мәҙәни форум – “АРТ-Ҡоролтай” үтәсәк. Ул беренсе тапҡыр ойошторола. “Рәсәй” медиаүҙәгендә үткән бөгөнгө матбуғат конференцияһында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков “АРТ-Ҡоролтай” тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе.
Мәҙәниәт өлкәһендәге мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары буйынса фекер алыша торған майҙанға әйләнер был сараны йыл һайын ойоштороу күҙаллана. Ул һөнәри яҡтан үҫеү, белем уртаҡлашыу, ижади тәжрибәләр яһау мөмкинлеген бирер сараға әйләнергә тейеш.
Тәүге “АРТ-Ҡоролтай” ошо йәйҙә Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына арнала. Форум көнөндә конгресс-холл алдындағы майҙанда оло иҫтәлекле сара башланғанға тиклем ҡалған 50 көнгә кире иҫәпкә старт биреләсәк.
– “АРТ-Ҡоролтай” – ҙур мәҙәни форум. Унда беҙ иң беренсе республикабыҙҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен саҡырабыҙ, – тине Әминә Ивний ҡыҙы. – Төп бурысы үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу ғына түгел. Бында федераль спикерҙар килә, улар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә “түңәрәк өҫтәл”дәр, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Форумда республикабыҙ етәкселеге, Рәсәй мәҙәниәт министрлығы, Федерация советы, Дәүләт Думаһы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Шулай уҡ мәҙәниәт министры форум өсөн ниңә тап 14 май һайланғанын аңлатып үтте: “Тап ошо көндән алып фольклориада башланыуға 50 көн ҡала”.
Форум эшендә онлайн CIOFF (фольклор фестивалдәрен ойоштороу һәм халыҡ ижады буйынса халыҡ-ара совет) илдәренең халыҡ-ара советын үткәреү күҙаллана. А. Әлибәков әйткәнсә, уның эшендә CIOFF президенты Филипп Боссан, ойошманың мәҙәниәт эштәре буйынса вице-президенты, быйылғы Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү комитеты рәйесе Алехандро Камачо ҙа ҡатнашыр тип көтөлә. CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһы президенты Тамара Пуртова ла Өфөгә килә.
Әлбиттә, күптәрҙе, фольклориадала нисә ил ҡатнашасаҡ, тигән һорау ҡыҙыҡһындырҙы. А. Әлибәков, бөгөнгә 55 ил менән эшләйбеҙ, тип билдәләне. “Күп илдәр, шул иҫәптән, мәҫәлән, Төркиә лә, пандемияға бәйле хәл сәбәпле ҡатнаша алмай. Әммә шулай ҙа, хәл тотороҡланһа, яңынан заявка бирерҙәр тип өмөтләнәбеҙ”, – тине ул.
“АРТ-Ҡоролтай” көнөндә фольклориадаға тиклем ҡалған көндәрҙе кире иҫәптә һанаған арт-объект асыла. Баш ҡалабыҙ халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн байрам концерты ойошторола. Унда “Арғымаҡ”, “Узорица” төркөмдәре, Зәйнетдин, “Мирас” ансамбле сығыш яһай. Шулай уҡ Бөтә донъя фольклориадаһы илсеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина һәм ул етәкселек иткән “Русская песня” театры ла йырҙары менән ҡыуандырасаҡ. Концерт көндөҙгө 12-се яртыла башлана.
“АРТ-Ҡоролтай”ға республиканың бар муниципалитеттары ла ҡушыла. Башҡортостан халҡы “Тәьҫораттар артынан мәҙәни сәйәхәт” (йәмәғәт транспорты, сауҙа үҙәктәре һәм башҡа урындарҙа), “Ғаиләнең мәҙәни ялы”, ”Бәхетле билет” һәм башҡа акцияларҙа ҡатнаша ала.