Яугилделә мәҙәниәт йорто төҙөлә

Яңы мәҙәниәт йортонда китапхана, тамаша залы, тематик түңәрәктәр эше өсөн бүлмәләр урынлашасаҡ.

Ҡариҙел районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Яугилде ауылында, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, 150 урынлыҡ мәҙәниәт йорто төҙөлөшө дауам итә.
Был эште Өфөнөң “Ремгорстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. Төҙөүселәр объектта заманса материалдар файҙалана, бер ҡатлы бина күркәм һәм уңайлы буласаҡ. Әле төҙөлөш тамамланып килә, ишек, тәҙрәләр ҡуйылған, ҡыйыҡ монтажлана, электр үткәрелә.
Яңы мәҙәниәт йортонда китапхана, тамаша залы, тематик түңәрәктәр эше өсөн бүлмәләр урынлашасаҡ.
“Яңы мәҙәниәт йорто яугилделәр өсөн генә түгел, шулай уҡ күрше ауылдар халҡы өсөн дә ижтимағи һәм мәҙәни үҙәккә әүереләсәк. Бында мәҙәни ял, ижади һәләттәрҙе үҫтереү саралары уҙғарыласаҡ”, – тине Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Р.Р. Булатов.
Читайте нас