Майҙың һуңғы көндәрендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатовҡа 50 йәш тула. Ошо уңайҙан ул эшләгән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында ҙур тамаша үтә.
"Мин бәхеткә йырлы юлдан килдем" исемле ижад кисәһенә юбилярҙың курсташтары - Башҡортостандың халыҡ артистары Алһыу Бәхтиева, Вилдан Яруллин, Нәғим Нурғәлиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Заһир Иҫәнсурин, Хәлил Ишбирҙин, популяр йырсы Венер Абдуллин һәм башҡа ҡунаҡтар килеүе көтөлә.
Әйткәндәй, күптәр Альберт Салауатовтың иң яратҡан шөғөлдәренең береһе балыҡ тотоу икәнлеге хаҡында белмәйҙер әле. Йырсы тағы ла нимәләр эшләргә ярата, ни өсөн бәхеткә йырлы юлдан килгәнен белергә теләһәгеҙ, 29 май - Сибайҙа, 30 май Баймаҡ ҡалаһында үтәсәк концерттарына рәхим итегеҙ!
Тиҙҙән Альберт Салауатов менән әңгәмәне гәзит биттәрендә лә уҡый алаһығыҙ.
Фото: Альберт Салауатовтың шәхси архивы.