Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, йырсы, ҙур талант эйәһе Гөлшат Ғайсина дәүләт наградаһына лайыҡ булды.
Гөлшат Ғайсина – Өфө ҡыҙы. Ф. Мостафина исемендәге 20-се мәктәптә уҡығанда уҡ сәнғәткә ғашиҡ була. Уҡытыусыбыҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлкәй Ҡужина ла уға, һин мотлаҡ актриса булырға тейешһең, тип әйтә торғайны.
Шулай итеп, мәктәпте уңышлы тамамлағас, Гөлшат Ғайсина З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инде. Гөлшаттың Н. Асанбаевтың “Ҡыңғырау сәскә”һендә – Гөлдәр, М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһында – Йәмилә, “Беҙҙең өйҙөң йәме”ндә – Оксана, Т. Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү”ендә Диләфрүз һәм башҡа ролдәрҙә уйнауын тамашасылар бик яратты.
Өҫтәүенә ул - бына тигән йырсы ла, “Йәшлек йыры”, “Аманат-шоу”, “Актер йыры” конкурстары лауреаты. Бынан тыш, театр ҡарамағында уның балалар мюзиклы студияһы ла уңышлы эшләй.
Бөгөн иһә баш ҡалабыҙҙа беренсе тапҡыр үткәрелгән “АРТ-Ҡоролтай”ҙа Гөлшат Ғайсинаға “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән мәртәбәле исем бирелде. Беҙ уны ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Фото: Гөлшат Ғайсинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.