Бөгөнгө “АРТ-Ҡоролтай” барышында онлайн-тәртиптә Ҡариҙел районында үҙәк район моделле смарт-китапхана асылды.
Һөҙөмтәлә был мөһим ваҡиғаға форумдың бар ҡатнашыусылары, шул иҫәптән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова, башҡа дәрәжәле ҡунаҡтар шаһит булды.
Китапхана “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы яңыртылған. Үҙгәртеп ҡороп, матди-техник базаны нығытҡандан һуң ул уҡыу, белемеңде арттырыу өсөн генә түгел, ә ялыңды йөкмәткеле үткәреү, төрлө идеяларыңды тормошҡа ашырыу өсөн дә уңайлы күп функциялы учреждениеға әүерелгән.
“Һеҙҙең республика – Рәсәй Федерацияһының бар субъекттары өсөн өлгө. Беҙ әйләнгән һайын “Мәҙәниәт” милли проектының тормошҡа ашырылыуы хаҡында фекер алышабыҙ: нимәләр эшләнгән, ниндәй күрһәткестәргә өлгәшелгән. Яңы китапхана миҫалында Башҡортостан бөгөн тағы бер тапҡыр үҙенең алдынғылығын раҫланы, – тине Ольга Ярилова. – Был китапханаға балалар ҙа, өлкәндәр ҙә килеп йөрөрөнә һис һүҙһеҙ ышанам. Бында һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба ала”.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.