“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы эшләй башлай

Был хаҡта “Торатау” конгресс-холында үткән бөгөнгө "АРТ-Ҡоролтай"ҙа республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Был хаҡта “Торатау” конгресс-холында үткән бөгөнгө "АРТ-Ҡоролтай"ҙа республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Программа быйыл сентябрҙә тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.
– Беҙҙең республикала “Ауыл табибы”, “Ауыл уҡытыусыһы”, “Ауыл тренеры” тигән программалар уңышлы эшләп килә, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән программа ла буласаҡ. Мин тейешле күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙым. Көҙҙән башлап 500 меңешәр һумлыҡ тәүге 60 грант ауыл мәҙәниәт усаҡтары хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға йүнәлтеләсәк.
Форумда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, республика етәксеһе, мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ, тип билдәләне. “Ул кешеләрҙе, ниндәй илдең гражданы, милләте кем, дине ниндәй икәненә ҡарамай, бергә туплай. Быйыл июлдә Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы уҙа. Ул беренсе тапҡыр Рәсәйҙә үтә. Был мәҙәни ҡаҙаныштарыбыҙ менән бүлешеү сараһы ғына түгел, ә бер-беребеҙҙең тормош рәүешен өйрәнеү, ҡиммәттәребеҙ менән танышыу мөмкинлеге лә”.
Республика етәксеһе фекеренсә, мәҙәниәт – йәшәү рәүешебеҙҙе билдәләгән, беҙҙе әҙәм иткән мөһим әхлаҡи код. Төбәк Башлығы шулай уҡ, донъяла Рәсәй кеүек күп милләтле һәм конфессиялы башҡа ил юҡ, тип билдәләне. Ә күп төрлө мәҙәниәттәр ҡатышҡан Башҡортостан ҙур этнография музейына тиң.
Башҡортостан етәксеһе әйтеүенсә, мәҙәниәт, дәүләт яғынан тейешле ярҙам булмаһа, үҫешә алмай. Республика Башлығы “Мәҙәниәт” милли проектын, “Кесе Ватан мәҙәниәте” партия проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендәге матур башланғыстарҙы, уңыштарҙы телгә алып үтте. Ул Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығына Башҡортостандың талантлы балалары илдең алдынғы ижади юғары уҡыу йорттарында белем алғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. “Республиканың бурысы – уларға тыуған төбәгенә ҡайтып эшләрлек шарттар тыуҙырыу”, – тине Радий Хәбиров.
Ул "Росконцерт" федераль дәүләт мәҙәниәт учреждениеһына ла Башҡортостандың ижади коллективтарының гастроль эшмәкәрлегенә ярҙам күрһәтеп торғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Мөһим мәҙәни ҡаҙаныштар иҫәбендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры постановкаларының Ҙур театр сәхнәһенә ҡайтыуын да телгә алды.
Артабан республика етәксеһе дәүләт наградалары тапшырҙы һәм форумда ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас