“Һеҙ бит бөгөн арабыҙҙа...”

Флүр Ғаҙы улы Дашкин Федоровка районының Юғары Яуыш ауылында тыуған. 1972 йылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Күмертау физкультура училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Федоровка районының Өсбүләк һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башлай. Хәрби хеҙмәт бурысын Алыҫ Көнсығышта ракета ғәскәрҙәрендә үтәй.

Флүр Ғаҙы улы Дашкин Федоровка районының Юғары Яуыш ауылында тыуған. 1972 йылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Күмертау физкультура училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Федоровка районының Өсбүләк һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башлай. Хәрби хеҙмәт бурысын Алыҫ Көнсығышта ракета ғәскәрҙәрендә үтәй.


Армиянан ҡайтҡас, үҙенең ауылында уҡыта, колхозда ла эшләй. Хаҡлы ялға мәктәптән сыға. Ғаиләһендә хәләл ефете Ғәлиә Нури ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙер инде уларҙың да үҙ ғаиләләре бар. Ун йылдан ашыу ауыл мәхәлләһендә имам вазифаһын башҡара.


2014 йылда республикабыҙҙа уҙғарылған Шәжәрә байрамында “Ғаилә байлығын һәм традицияларын һаҡлаусы” тигән номинацияла еңеүсе була. 2020 йылда “Шәжәрә байрамы” конкурсында ҡатнашып (Асҡын районы), диплом менән бүләкләнә.


Шәхси музейына экспонаттар, тарихи мәғлүмәттәр йыя. Үткән йыл ул, Федоровка районының “Ашҡаҙар таңдары” гәзитенең 85 йыллығына арналған шиғри конкурста ҡатнашып, дипломға лайыҡ була.


Флүр ДАШКИН


Минең бурыс


Бына мин дә хаҡлы ялға сыҡтым,

Өйҙә генә тыныс ятаһы.

Тик ниңәлер йөрәк әрней, гүйә, миңә күсте

Атайымдың яуҙа алған яраһы.


Тынғы бирмәй миңә тыныс ятырға

Яуышымдан киткән һалдаттар.

Тыуған илем, балам өсөн тиеп,

Ҡайталмайса ҡалған һалдаттар.


Тынғы бирмәй миңә һандыҡтарҙа ятҡан

“Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара яҙыуҙар.

Бәлки, ҡайтып керер әле тиеп, илап көткән

Тол ҡатындар, яңғыҙ әсәләр.


Тынғы бирмәй миңә, солғанышта ҡалып,

Аңһыҙ килеш әсир ҡалғандар.

Башын сабам тиеп фашист янағанда

Ғорур тороп үлем алғандар.


Тынғы бирмәй миңә, Еңеү яулап,

Түштәренә орден таҡҡандар.

Янған яраларына түҙә алмайса,

Ваҡытынан иртә киткәндәр.


Тынғы бирмәй миңә етем ҡалып,

Аслы-туҡлы үҫкән “һуғыш балаһы”.

Хәлһеҙ килеш һөйрәп тартҡан

Тулы йөклө “нужа арбаһы”.


Мәңге тынғы күрмәм, әгәр бөгөн

Улар исемдәрен барлап сыҡмаһам,

Улар күргән һуғыш михнәттәрен

Тарих биттәренә яҙып баҫмаһам.


* * *

Сәскәләрҙе һалмайыҡ һәйкәлдәргә,

Кәрәк түгел сәскә һәйкәлгә.

Һәр саҡ иҫтә тотайыҡ яугирҙәрҙе,

Һәр саҡ улар өсөн булайыҡ доғала.


Сәскә бәйләмдәрен бүләк итәйек

Хөрмәт итеп бөгөн иҫәнгә.

Улар бит инде китеп бара,

Бармаҡ менән алып була иҫәпкә.


Һеҙ бит бөгөн беҙҙең арабыҙҙа,

Һеҙҙең менән килә йәшәйһе.

Ҡулымдағы сәскә гөлләмәләрҙе

Килә һеҙгә бүләк итәһе.


Читайте нас