Кейеҙҙең серле көсө

Эш кенә түгел, тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө.

Өфө районының Балалар ижады йортонда “Йәйғор” студияһы эшләп килә. Уның етәксеһе – үҙ эшенә мөкиббән бирелгән Нәфисә Ғилметдинова. Нәфисә Рәбис ҡыҙының “Тәбиғәт менән авторҙаш булып” тигән уҡыу программаһы, балаларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләү менән бер рәттән, традицион халыҡ кәсептәрен өйрәнеүгә, һаҡлауға йүнәлтелгән.


“Йәйғор”ҙоң тылсымлы тәьҫире


Бында 8 – 17 йәшлек балалар шөғөлләнә. Башҡорт халҡының боронғо кәсебе – кейеҙ баҫыуҙы ете-һигеҙ йыл элек өйрәнә башлағандар.

Нәфисә Рәбис ҡыҙы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетын тамамлай. Профессор Тәлғәт Мәсәлимов етәкселегендә диплом яҡлай. Остазы унда кейеҙгә ҡарата ҡыҙыҡ­һыныу уята, тиергә була. Тәлғәт Хәсән улы тәьҫирендә Нәфисә Рәбис ҡыҙы ошо тәбиғи материал менән мауығып китә, кейеҙ баҫыу­ҙың традицион техникаһын билдә­ле итеү өҫтөндә эшләй башлай.
Кейеҙҙең байтаҡ серҙәренә төшөнгән оҫта уҡыусылары менән дә белгәндәрен ихлас уртаҡлаша. Уҡытыуҙың төп идеяһы – балаларҙы милли ҡиммәттәргә үҙ ижадтары һәм үткәндәр тәжрибәһе аша яҡынайтыу.
– Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ, кейеҙ баҫыу һәр ваҡыт халыҡтың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүҙең бай сығанағы булып ҡала, – ти педагог. – Башлап өйрәнеүселәргә тәүге дәрестә үк кейеҙҙе күрһәтәм. Ул бит ғәжәп һығылмалы, универсаль материал. Борондан алып ҡулланылһа ла, замансаға ла яраҡлаштырып тотонорға мөмкин, сөнки ул тәбиғи булыу өҫтөнә матур ҙа, ныҡ та, йомшаҡ та. Кейеҙҙең киләсәге ныҡ өмөтлө. Ул оҫталарға ҡыҙыҡлы, уға ихтыяж ҙур. Өҫтәүенә, технологик процестарҙы еңеләйткән фәнни тикшереүҙәр ҙә барлыҡҡа килде.
Башҡорттарҙың кейеҙ менән борон-борондан эш иткәнен иҫәпкә алып, педагог дәрестәрҙә уҡыусы­ларға башҡорт ауылдарындағы һәр ҡатын-ҡыҙҙың ошо тәбиғи материал менән эш итә белгәне хаҡында һөйләй. Биҙәкләп, нәфис итеп эшләнгән урын-ер ҡаралдыһы семәрләп яһалған һандыҡтар өҫтөнә йыйып ҡуйылған, был өй эсенә айырым бер матурлыҡ, уңайлылыҡ өҫтәгән. Кейеҙҙән кейем-һалым да, баш кейемдәре лә теккәндәр, өй йыһазы ла яһағандар. Халыҡ уның тылсымы барлығына ла инанған, йөндөң шифалы сифаттары тураһында белгән. Ке­йеҙҙе эшкәртеү, унан төрлө кәрәкле әйберҙәр эшләү серҙәре быуындан-быуынға тапшырыла килгән.
Хәҙер Башҡортостанда был шөғөлдө үҙ иткән оҫталар арта бара. Берәүҙәр унан аяҡ кейеме – төрлө матур быймалар баҫа, икен­селәр – сәнғәт әҫәре булырлыҡ художестволы картиналар, өсөнсө­ләр уйынсыҡтар, биҙәүестәр эшләй.
– Йөн әүәләү балаларҙа художестволы зауыҡты, ижади фекерләүҙе үҫтерә, – тип иҫәпләй Нәфисә Рәбис ҡыҙы. – Был ҡул эше хәрәкәттәрҙе яйға һала, мейе эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, иғтибарҙы тупларға өйрәтә. Йомшаҡ материал менән эшләү ыңғай тәьҫораттар бирә, ә эш һөҙөмтәһе инде сикһеҙ ҡыуаныс бүләк итә, баланы илһамландыра. Йөндө ҡоролай әүәләү стрестан арынырға ярҙам итә, иҫ китмәле тынысландырыу йоғонтоһона эйә.
Студияла башлыса кейеҙҙе ҡоролай баҫыу техникаһын ҡулла­налар. Был – эшкә саҡ тотонған балаларға ныҡ һәйбәт алым, сөнки беренсе тапҡырҙан уҡ артыҡ ауырлыҡһыҙ ғына матур әйбер килтереп сығарырға була. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ирмәк кенә уйынсыҡ­тар, сувенирҙар, бәләкәй генә картиналар ҙа яһап ҡуйыла. Әҙер кейеҙҙе төрлө төҫтәргә буярға, киҫергә, сигеп, сәйлән-селтәр менән биҙәргә лә мөмкин. Кейем, аксессуар, уйынсыҡ дизайнерҙары кейеҙ менән рәхәтләнеп эшләй, иҫ киткес матур, файҙалы әйберҙәр барлыҡҡа килтерә.


Тәбиғәт ҡеүәте һиңә күскәндәй...


– Элек студияла сәйлән үреү, көйҙөрөп эшләү, ырғаҡ менән бәйләү һәм башҡа төрлө һөнәрҙәр менән шөғөлләндек, әммә былар­ҙың береһе лә балаларҙы кейеҙ баҫыу кеүек ныҡ ҡыҙыҡһындыра алманы, – ти уҡытыусы. – Был ғәжәп үҙенсәлекле материалға бер ҡағылһаң, туҡтап булмай. Ул шундай йылы, “тере”, тәбиғәт ҡеүәте һиңә күскәндәй тойола. Шуға ла балаларға уның менән эшләү оҡшайҙыр, тим.
Йөндө әүәләүҙең ике төрө бар: ҡоро һәм еүеш. Балалар менән иң тәүҙә еүеш техникала эшләнек. Бының өсөн әллә ни күп нәмә лә кәрәкмәй: йөн, һыу, һабын эрет­мәһе һәм көслө, тилбер ҡулдар. Балалар мәрйендәр әүәләне, сәскә, кескенә шарфтар эшләп ҡараны. Унан ҡатмарлыраҡ әйберҙәргә күстек.
Ҡоро әүәләүҙе 10 йәштән өлкә­нерәк балалар менән өйрәнә баш­ланыҡ. Был йәшкә ваҡ моторика үҫешкән була, балалар энә менән дә эшләй ала. Өҫтәмә материалдар итеп туҡыма киҫәктәрен, таҫма, төймә, мәрйен, башҡа биҙәү әйбер­ҙәрен ҡулланабыҙ, – ти кейеҙ оҫтаһы.
Иң ябай күнекмәләрҙән башлап, ҡатмарлыраҡ эшкә күсә бара бәләкәй кейеҙселәр. Артабан инде улар ижади йөкләмәләр ала башлай, мәҫәлән, үҙ орнаментың менән “Ғүмер ағасы”н төҙөү.
– Был эш һәр бала күңеленә яҡын булды, – ти Нәфисә Рәбис ҡыҙы. – Эш башҡорт халҡы тарихынан хикәйәттәр, легендалар һөйләү менән оҙатылып барҙы. Бәлки, был билдә-биҙәктәр – ул ата-бабаларыбыҙҙың шифрға һалынып, беҙгә еткерергә теләгән мөрәжәғәтелер? Биҙәктәр һалынған кейеҙ – беҙҙең киләһе быуындарға тапшырып ҡалдыра торған аманат ул, – тип инана педагог.
Уныңса, кейеҙ баҫырға яратыу борондан бөгөнгәсә килеп еткән икән, тимәк, беҙҙең ҡаныбыҙға һең­гән, тәбиғәт тарафынан һалынған.

Дәрестәрҙә балалар йөн әүәләү, кейеҙ баҫыу һөнәренә өйрәнеп кенә ҡалмай, уның башҡорттарҙың ху­жа­лығында күп төрлө ҡулланы­лышы хаҡында ла мәғлүмәт ала, йөндөң дауаһы, уны яңыса файҙаланыу тураһында белә.
– Балалар бит ул – эске тороштары менән рәссам. Уларға үҙҙәренең уй-фекерен, тойғоларын һынлы сәнғәт аша сағылдыра алыу мөһим! – тип йөрәкһеп китә уҡытыусы. – Шул сағында кейеҙҙән картиналар эшләү уйы килеп тыуҙы ла инде. Тиҙҙән был хыялды тормошҡа ашыра ла башланыҡ. Минең тәрбиәләнеүселәрем сағыу төҫтәр менән эшләргә ярата, улар аша тыуған яҡҡа һөйөүҙәрен сағыл­дырырға тырыша. Йөн менән булышыу – ул ижади күренеш, фан­тазияның икһеҙ-сикһеҙ осошо. Балаларҙың ижади эштәре шул тиклем эскерһеҙ, уларҙың әхлаҡи сафлығын, ихласлығын асып һала, – ти ул.
Шулай итеп, Нәфисә Рәбис ҡы­ҙының уҡыусылары хәҙер, оҫтара барып, кейеҙҙән картиналар ҙа эш­ләй. Ижад өлгөләрен тыуған Баш­ҡортостанға арнайҙар: унда бо­ронғо легенда, риүәйәттәр ҙә, заманса йөкмәтке лә сағылыш таба.
“Йәйғор”ҙоң талантлы тәрбиә­ләнеү­селәре тыуған яҡты өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү эше менән дә шөғөлләнә. Ошондай Улар фәнни-ғәмәли конферен­цияларҙа уңышлы сығыш яһай.
Студияла шөғөлләнгән балалар­ҙың күргәҙмә эштәренә хәҙер 100-ҙән артыҡ панно инә: “Урал батыр ерендә”, “Халҡымдың күңел биҙәктәре”, “Тыуған ҡырҙар”, “Баллы ил”, “Халҡым йолалары”, “Аттар” сериялары. Баш кейем­дәренә арналған “Түбәтәйҙәр”, “Бала саҡ уйынсыҡтары”, “Ҡурсаҡтар”, “Милли аш-һыу” тигәндәре лә ҙур уңышҡа эйә булған. Төрлө ваҡытта “йәйғор”соларҙың шәхси күргәҙмә­ләре М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла, Ш. Хоҙайбирҙиндең йорт-музейында, Башҡортостандың Милли, Хәрби дан, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙа­рында, “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһында үткән.
– Кем өсөндөр беҙҙең студия һөнәри белем алыуҙың бер баҫҡы­сы булып торор, – ти Нәфисә Рәбис ҡыҙы. – Шуныһы мөһим: беҙҙә шөғөлләнгән һәр бала матурлыҡты күрә белергә, уны үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәр аша күрһәтергә өйрәнә. Өйрәнсектән ҡасан да булһа һөнәрсе үҫеп сығырына иманым камил, – ти ул.


Эргәлә рухташың булғанда


Нәфисә Рәбис ҡыҙы үҙенең талантлы тәрбиәләнеүселәре тураһында бер туҡтамай һөйләй ала. Һәр бала күңелендә рәссам йәшәй, уны бары тик күрә һәм аса белергә генә кәрәк, тип иҫәпләй ул. Ул “йәйғор”соларҙың ата-әсәһенә сикһеҙ рәхмәтле: күргәҙмә ойоштороу тиһеңме, эш өсөн материал, эш ҡоралдары һатып алыу, башҡа ярҙам тиһеңме – барыһына ла ярҙам итешеп торалар, бергә ҡайнайҙар. Нөрлө мәктәбе директоры Римма Иркәбаеваға ла ҙур рәхмәт әйтә ул: студияға мәктәптең иң ҙур һәм яҡты бүлмәһен биргән. Һәр эштә лә Римма Әнәс ҡыҙының ярҙамын тоя “Йәйғор”. Нәфисә Рәбис ҡыҙы ошо уҡ мәктәптә I класс уҡыусыларына рәсем дәресенән факультатив алып бара. Был балалар аҙаҡ “Йәйғор”ҙоң ишектәрен асып инә. Талантлы педагог үҙ һөнәренә мөкиббән ғашиҡ. Нөрлө балаларының бала сағын ижад ҡыуанысы менән сағыу итә алғанына ифрат ҡыуана ул.
Үҙе тураһында ҡыҙыҡһынһаң, ипле генә йылмайып, шулай тип яуап бирә остаз: “Мин – ябай уҡытыусы, үҙ эшемде бик яратам”.

Нәфисә Рәбис ҡыҙы Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауылында тыуып үҫкән. Ире Рәүит Фәнис улы менән 30 йыл бергә ғүмер итәләр. Өфө районының Нөрлө ауылында үҙ ҡулдары менән төҙөгән ҙур, матур йортта торалар. Ҙур баҡса, теплица тоталар. Хужабикә сәскәләр үҫтерергә ярата. Йәйгеһен ихата сағыу төҫтәргә күмелеп, бар тирә-яҡҡа хуш еҫтәр бөркөп ултыра. Матурлыҡ яратҡан, уңған пар был хозурлыҡты икәүләп тыуҙыра.
Ғилметдиновтарҙың улдары Ренаттың сәнғәткә тартымы, таланты булһа ла, ул икенсе һөнәр һайлап, әлеге көндә – полиция капитаны. Үҙ ғаиләһе бар, ҡатыны Юлиә менән Искәндәр исемле ул үҫтерәләр.
Нәфисә Рәбис ҡыҙы йәмәғәтенә сикһеҙ рәхмәт әйтә:

– Ирем – ныҡлы тылым, терәгем, – ти. – Ул – бик ышаныслы, үҙ һүҙен тота белгән ир-егет, һәр саҡ аңлап тора. Миңә йыш ҡына белем үҫтереү семинар­ҙарында ҡатнашырға, оҫталыҡ дәрестәре бирергә, күргәҙмәләр ойошторорға, телевидениеға тапшырыуға барырға тура килә – былар бөтәһе лә кейеҙ баҫыуҙы популярлаштырырға, үҫтерергә ярҙам итә. Был – эшем генә түгел, ә яратҡан кәсебем, тормош тәртибемдең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Яныңда үҙеңде аңлаған кеше булғанда, уҡыусыларың белем алырға, үҫергә ынтылып торғанда, һинең дә дәртең арта, ниәттәр бойомға аша, хыял ысынбарлыҡҡа әйләнә!


Өфө районы,

Нөрлө ауылы.
Читайте нас