Нурия Ғилмуллина – Башҡорт дәүләт университетының беренсе курс студенты. Ул Илеш районының Үрге Сереккүл ауылынан. Бәләкәй сағынан Өфөгә ғашиҡ булған һәм ниндәй уҡыу йортона барырға тигән һорау тыуғас, һис уйлап тормайынса, БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетын һайлаған.
Нурия университет тормошонда бик әүҙем ҡатнаша. Уҡырға ингәс тә ул “Алло, беҙ таланттарҙы эҙләйбеҙ!”, “Йыл уҡытыусыһы”, “Студент яҙы” конкурстарында, “Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант”та, “Матбуғат фестивале”ндә үҙен һынап ҡараны.
“Иң хәтерҙә ҡалғаны – “Студент яҙы” бәйгеһе, сөнки был сара һәр студенттың күңелендә сағыулығы менән уйылып ҡалды. Күңелле репетициялар, мажаралар, яңы танышыуҙар, дуҫтар, бер-беребеҙ өсөн көйөү-ҡайғырыуҙар, финалға сыҡҡас, борсолоп, бер аҙ күҙ йәштәрен түгеп алыу – ошолар күңелдә ҡалмаҫлыҡмы ни?” – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты ҡыҙ.
Студент тормошо – Нурия өсөн ғүмерҙең иң сағыу, мауыҡтырғыс һәм бер ҡасан да ҡабатланмаҫ мәле, шуға күрә һәр көнөн файҙалы итеп үткәрергә, яңы маҡсаттарға ынтылырға тырыша ул.
– Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына килеүемә бик шатмын, бындағы һәр уҡытыусы асыҡ йөҙлө, тәрән фекерле, тәжрибәле. Ҡасан ғына һорау йәки мөрәжәғәт менән килмә, улар һине тыңлап, кәңәштәрен әйтеп, дөрөҫ юлға бороп ебәрәләр. Шуның өсөн уларға рәхмәт. Ә инде йәштәштәремә килгәндә, улар барыһы ла маҡсатлы, ҡыҙыҡһыныусан, асыҡ, күңелле, – ти Нурия.
Ул киләсәктә тормошон телевидение йәки радио өлкәһе менән бәйләп, әүҙем, ҡыҙыҡлы тормош хаҡында хыяллана.