Зинира һәм Ризат Рамаҙановтарҙың сабыйы тыуған!

Әле улар балаға ниндәй исем һайлауҙары хаҡында белдермәй, әммә "Р" хәрефенә башланасаҡ тигәндәр.

Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙҙары Зинира һәм Ризат Рамаҙановтар икенсегә атай-әсәй булыу шатлығын кисерҙе. Уларҙың донъяға баһадирҙай улдары тыуған. Сабыйҙың ауырлығы – 3550 грамм, буйы – 52 см.
Бәхетле ата менән "Шәһри Казан" хәбәрсеһе бәйләнешкә ингән. "Сабыйыбыҙ республика клиник дауаханаһының перинаталь үҙәгендә тыуҙы. Аллаға шөкөр! Бала табыу йортона Зинираны 10 майҙа алып барғайным. Ике көндән улыбыҙ тыуҙы. Зинира: "Һиңә оҡшаған", - тине. Икеһенең дә хәлдәре яҡшы", - тигән Ризат.
Әле улар сабыйға ниндәй исем һайлауҙары хаҡында белдермәй, әммә "Р" хәрефенә башланасаҡ тигәндәр.
Бәхетле ғаиләнең ҡыҙҙары янына иш булып улдарының тыуыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Бәләкәстең имен-һау, ата-инәле булып үҫеүен теләйбеҙ!
Фото:afisha.ru
Читайте нас