Рәхәтләнеп кино ҡарайҙар

Фильмдарҙың сифаты ҙур ҡалаларҙағы кинотеатрҙағынан һис ҡалышмай.

Дәүләкән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йыл аҙағында Дәүләкәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, ике заманса кинозал эшләй башлаған. Ошо ваҡыт эсендә йөҙҙәрсә кеше ватан, шулай уҡ сит ил фильмдарын ҡарап та өлгөргән.
32 һәм 34 урынлыҡ кинозалдар “Сандра” сауҙа-күңел асыу комплексында урынлашҡан. Ватан кинематографияһына социаль һәм иҡтисади ярҙам фонды йыл һайын үткәргән кинозалдарға булышлыҡ итеү программаһын тормошҡа ашырыу конкурсында еңеү һөҙөмтәһендә федераль ҡаҙнанан алынған аҡсаға ҡорамалдар һатып алынған.
Кинозалдарҙа тотош ғаиләләр менән рәхәтләнеп ял итеү мөмкинлеге бар: киноафиша бик бай, һәр кем күңеленә хуш килгән фильмды һайлай ала. Иң кескәйҙәр өсөн йәнһүрәттәр күрһәтелә. Фильмдар 3D һәм 2D форматтарында бара.
Кино һөйөүселәрҙең фекеренсә, картиналарҙың сифаты ҙур ҡалаларҙағы кинотеатрҙағынан һис ҡалышмай.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/96250
Читайте нас