Ғәжәп: ике еңеүсе билдәләнде...

Мәртәбәле конкурста Сибай һәм Өфө ҡыҙҙары Гран-при яуланы.

Өфөлә “Башҡортостан” концерт залында IX "Мисс республика" төбәк конкурсы финалы уҙҙы. Матурлыҡ бәйгеһендә республиканың төрлө төбәгенән бөтәһе 13 сибәркәй ҡатнашты.
Мәртәбәле конкурста Сибай ҡыҙы Илүзә Иҫәндәүләтова (һүрәттә) Гран-при яуланы. Һылыуҡай Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында III курста уҡый. Ул күптән түгел Мәскәүҙә ойошторолған Miss Russian Continental-2021 конкурсында республикабыҙ намыҫын яҡлап төп титулға эйә булғайны.
Әйткәндәй, былтыр пандемия айҡанлы конкурс үтмәне, шуға күрә "Мисс республика-2020" конкурсы еңеүсеһе лә билдәләнде, был исемгә Өфө ҡалаһынан Альбина Шәйхисламова лайыҡ булды. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала, ковид-госпиталдә эшләй.
Йәй көнө һылыуҡайҙар халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурстарында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас