Радик Юлъяҡшин тыуған көнөн нисек үткәрҙе?

Бында етем, социаль приютта тәрбиәләнгән һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар саҡырылған.

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, республика Башлығының мәҙәниәт үҫеше һәм йәштәр сәйәсәте мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшиндың тыуған көнө. Уға 32 йәш тулды.
Тыуған көнө уңайынан йырсы Өфөнөң Йәштәр һарайында концерт ойошторҙо. Сара хәйриә сараһы булараҡ үтә, концертҡа етем, социаль приютта тәрбиәләнгән һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар саҡырылған.
Республикала ғына түгел, унан ситтә лә танылған, үҙенсәлекле концерттары, төрлө проекттары менән тамашасылар һөйөүен яулаған йырсы, продюсер Радик Юлъяҡшинды тыуған көнө менән ҡотлап, уға артабан да ижади уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.
Әйткәндәй, тап уның тәҡдиме менән Башҡортостан юлдаш телеканалында барған “Яңы моң” халыҡ-ара конкурсының уҙған аҙнала финалы үтте. Радик Юлъяҡшин - ошо проекттың авторы. "Яңы моң" Граждандар йәмғиәтенә ярҙам итеү фондынан 30 миллион һум күләмендә республика Башлығы грантын алғайны. Был конкурс еңеүселәре лә әлеге концертта ҡатнашты. Тамашасылар шулай уҡ Искәндәр Сөләймәнов, Әрмәнстандан Мэри Аветисян, Ҡаҙағстандан Акимхан Маженов һәм Ҡырғыҙстандан Оскар Батыровтың сығыштарын да ҡарай алды.
Радик Юлъяҡшин үҙе генә сығыш яһаясаҡ концертты ҡарарға теләүселәрҙең 31 майға һәм 1, 2, 3 июнгә билеттар һатып алыу мөмкинлеге бар.
Тыуған көнөң менән, Радик!
Фото: bavly-tat.ru
Читайте нас