Өфөләге “Торатау” конгресс-холында ҙур мәҙәни форум – беренсе “АРТ-Ҡоролтай” үтте. Унда республикабыҙҙың, Рәсәйҙең башҡа ҡайһы бер төбәктәренән мәҙәниәт тармағы хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Мәртәбәле ҡунаҡтар – федераль спикерҙар “түңәрәк өҫтәл”дәр, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Республикабыҙ Башлығы форум барышында мәҙәниәт өлкәһендәге яңы программа тураһында белдерҙе, Бөтә донъя фольклориадаһына ҡалған 50 көнгә кире иҫәпкә старт бирелде.
Мәҙәниәт өлкәһендә – яңы программа
Форумдың рәсми өлөшө башланыр алдынан төрлө тематик майҙансыҡтар ойошторолдо. Улар араһында “АРТ-Ҡоролтай: балалар+” балалар стратегик сессияһы булды. Бында балалар сәнғәт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәренән торған төркөм эшләне. Кескәйҙәр менән республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова аралашты.
Артабан форумдың “Традицияларҙы һаҡлап, киләсәкте төҙөйбөҙ” тип аталған пленар ултырышы башланды. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Форумға башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар – РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, РФ мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова, РФ Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ольга Казакова, СIOFF (фольклор фестивалдәрен ойоштороу һәм халыҡ ижады буйынса халыҡ-ара совет) президенты Филипп Боссан, В.Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры, CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһы президенты Тамара Пуртова сығыш яһаны.
Республика Башлығы Р. Хәбиров үҙенең сығышында: “Бөгөн беҙ бик матур йолаға нигеҙ һалабыҙ: Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, башҡа илдәрҙән йыл да ошолай бергә йыйылып мәҙәниәт өлкәһендә артабан ниндәй йүнәлештә эшләү, уны халыҡҡа яҡыныраҡ итеү өсөн тағы ла ниҙәр башҡарыу тураһында һөйләшеү”, – тип билдәләне. Ул республикала “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән программа эшләй башлаясағы хаҡында хәбәр итте.
– Беҙҙең республикала “Ауыл табибы”, “Ауыл уҡытыусыһы”, “Ауыл тренеры” тигән программалар уңышлы эшләп килә, – тине республика етәксеһе. – Хәҙер “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән программа ла буласаҡ. Тейешле күрһәтмәгә ҡул ҡуйылды. Көҙҙән башлап 500 меңешәр һумлыҡ тәүге 60 грант ауыл мәҙәниәт усаҡтары хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға йүнәлтеләсәк.
Форумда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, республика етәксеһе, мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ, тип билдәләне:
– Ул кешеләрҙе, ниндәй илдең гражданы, милләте, диненә ҡарамай, бергә туплай. Быйыл июлдә Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы уҙа. Ул беренсе тапҡыр Рәсәйҙә үтә. Был мәҙәни ҡаҙаныштарыбыҙ менән бүлешеү сараһы ғына түгел, ә бер-беребеҙҙең тормош рәүешен өйрәнеү, ҡиммәттәребеҙ менән танышыу мөмкинлеге лә.
Республика етәксеһе фекеренсә, мәҙәниәт – йәшәү рәүешебеҙҙе билдәләгән, беҙҙе әҙәм иткән мөһим әхлаҡи код. Төбәк Башлығы шулай уҡ, донъяла Рәсәй кеүек күп милләтле һәм конфессиялы башҡа ил юҡ, тип билдәләне. Ә күп төрлө мәҙәниәттәр ҡатышҡан Башҡортостан ҙур этнография музейына тиң.
Республика Башлығы әйтеүенсә, мәҙәниәт, әгәр ҙә дәүләт яғынан тейешле ярҙам булмаһа, үҫешә алмай. Ул “Мәҙәниәт” милли проектын, “Кесе Ватан мәҙәниәте” партия проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендәге матур башланғыстарҙы, уңыштарҙы телгә алып үтте. Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығына Башҡортостандың талантлы балалары илдең алдынғы ижади юғары уҡыу йорттарында белем алғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. “Республиканың бурысы – уларға тыуған төбәгенә ҡайтып эшләрлек шарттар тыуҙырыу”, – тине Радий Хәбиров.
Ул “Росконцерт” федераль дәүләт мәҙәниәт учреждениеһына ла Башҡортостандың ижади коллективтарының гастроль эшмәкәрлегенә ярҙам күрһәтеп торғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Мөһим мәҙәни ҡаҙаныштар иҫәбендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры постановкаларының Ҙур театр сәхнәһенә ҡайтыуын да телгә алды.
Сығышының аҙағында республика етәксеһе форумда ҡатнашыусыларға уңыштар теләне һәм артабан дәүләт наградалары тапшырҙы. Бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә маҡтаулы исемдәр бирелде. Улар араһында М.Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры актрисаһы Гөлшат Ғайсина менән Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актеры Фаил Әхмәтйәнов та бар. Улар хәҙер – Башҡортостандың халыҡ артистары.
Башҡортостан – алдынғылар рәтендә
Лилиә Ғүмәрова Башҡортостандың “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса тәүгеләр рәтендә булғанын, артабан бөтә илгә таралып киткән башланғыстар башында торғанын билдәләп үтте.
– Рәсәйҙә мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән ауыл хеҙмәткәрҙәренә ярҙам программаһына ихтыяж ҙур. Республика ошондай программаны бойомға ашыра ла башлай инде. Бөгөн уны башҡа төбәктәрҙә лә көтәләр, – тине ул.
Сенатор әйткәненсә, Башҡортостан халыҡ аҙ йәшәгән урындар өсөн тәғәйенләнгән тиҙ эшләнә торған мәҙәни учреждениелар төҙөү буйынса Рәсәй Федерацияһындағы тәүге субъекттар иҫәбенә инеүе лә мөмкин.
Рәсәйҙең мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова:
– Башҡортостандың мәҙәниәт өлкәһе күп яҡлы. Бында ул ҙур ярҙам ала, йылдам үҫешә, – тип әйтеп үтте. Ул шулай уҡ республикала тарихҡа, тамырҙарға ҡарата йылы мөнәсәбәт, ҡыҙыҡһыныу булыуы иғтибарға лайыҡ икәнен билдәләне.
– Башҡортостан етәкселегенә һәм шәхсән республика Башлығы Радий Хәбировҡа мәҙәниәт өлкәһенә даими ярҙам күрһәтелеп торғаны өсөн рәхмәт әйтергә теләйем, – тине Ольга Ярилова.
“АРТ-Ҡоролтай” барышында онлайн-тәртиптә Ҡариҙел районы үҙәгендә моделле смарт-китапхана асылды. Һөҙөмтәлә был мөһим ваҡиғаға форумдың бар ҡатнашыусылары, шул иҫәптән дәрәжәле ҡунаҡтар ҙа шаһит булды.
Китапхана “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы яңыртылған. Үҙгәртеп ҡороп, матди-техник базаны нығытҡандан һуң ул уҡыр, белемеңде арттырыр өсөн генә түгел, ә ялыңды йөкмәткеле үткәрер, төрлө идеяларыңды тормошҡа ашырыр өсөн дә уңайлы күп функциялы учреждениеға әүерелгән.
– Һеҙҙең республика – Рәсәй Федерацияһының бар субъекттары өсөн өлгө. Беҙ әйләнгән һайын “Мәҙәниәт” милли проектының тормошҡа ашырылыуы хаҡында фекер алышабыҙ: нимәләр эшләнгән, ниндәй күрһәткестәргә өлгәшелгән. Яңы китапхана миҫалында Башҡортостан бөгөн тағы бер тапҡыр үҙенең алдынғылығын раҫланы, – тине Ольга Ярилова. – Был китапханаға балалар ҙа, өлкәндәр ҙә килеп йөрөрөнә һис һүҙһеҙ ышанам. Бында һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба ала.
Ольга Ярилова ла, унан һуң һүҙ алған Рәсәй Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ольга Казакова ла Башҡортостандың мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштарын барланы, башҡа төбәктәрҙе лә унан өлгө алырға саҡырҙы.
Филипп Боссан бөгөнгө пандемия шарттарында VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә һалған тырышлыҡ өсөн республика һәм ил етәкселегенә оло рәхмәт белдерҙе.
– Проекттың маҡсаты – мәҙәни мираҫтың бөтә формаларын да һаҡлау, билдәлерәк итеү, – тине ул. Сығышын: “Бергәләп бейейек, музыка ҡоралдарында уйнайыҡ, йырлайыҡ, бергәләп донъяны яҡшыртайыҡ!” – тигән һүҙҙәр менән тамамланы.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сығышында, яңы проекттар – 1 июнь, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Өфөлә “АРТ-Ҡоролтай: балалар”, ә көҙөн “Көмөш АРТ-Ҡоролтай: 65+” үткәреү планлаштырыла, тип белдерҙе.
Форумдың пленар өлөшө БР Мәҙәниәт министрлығы менән Ырымбур өлкәһе, Пермь крайы, ХМАО – Юграның ошо уҡ министрлыҡтары араһында, шулай уҡ Росконцерт менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу менән тамамланды.
Фольклориадаға тиклем – 50 көн
Пленар ултырыштан һуң иҫтәлекле сара ойошторолдо: VI Бөтә донъя фольклориадаһы башланыуға ҡалған 50 көндө кирегә һанаған арт-объект асылды. Башҡорт милли кейемендәге матрешка һыны “Торатау” конгресс-холы алдында урынлашты. Уға ҡуйылған электрон табло Фольклориадаға тиклем ҡалған 50 көндө кире иҫәптә һанарға тейеш.
Иҫтәлекле мәлде ойоштороусылар бик матур итеп әҙерләгән. Пленар ултырыш тамамланғас, ҡоролтайҙа ҡатнашҡандар, рәсми ҡунаҡтар конгресс-холл алдындағы майҙанға сыҡты. Бында иһә гөрләп концерт бара, тамашасылар матур сығыштар ҡарап кинәнә ине.
Һоҡланғыс мәл – баш өҫтөнән өс самолет осоп үтте, арттарынан Рәсәй флагын кәүҙәләндергән төҫлө нурҙар һыҙылды. Артабан бер-бер артлы Башҡортостан, Рәсәй, Фольклориада флагтарын тотҡан парашютсылар ергә төштө.
Сәхнәлә дәрәжәле ҡунаҡтар символик рәүештәге матрешканы йыйып, уны постаментҡа урынлаштырҙы. Ошо мәлдән “Торатау” алдындағы ҙур матрешкала “50” һаны ҡабынды.
Дәртле концертта “Арғымаҡ”, “Узорица” төркөмдәре, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Зәйнетдин, “Русская песня” театры һәм уның етәксеһе – Рәсәйҙең халыҡ артисы, республикабыҙҙа үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһы илсеһе Надежда Бабкина сығыш яһаны.
Бынан аҙаҡ форум эше төрлө секцияларҙа дауам итте. Республикабыҙҙың бихисап төбәгенән төрлө мәҙәниәт учреждениеларында, ойошмаларында эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре абруйлы спикерҙарҙың төрлө темаларға арналған сығыштарын тыңланы, фекер алышты.
Беренсе мәҙәни форум елдәй елеп үтеп тә китте. Унда ҡатнашҡан һәр кем артабанғы эштәренә дәрт, күңеленә илһам уты алып таралғандыр. Мәҙәниәт өлкәһендәге мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары буйынса фекер алыша торған майҙанға әйләнер был сараны йыл һайын ойоштороу күҙаллана. Ул һөнәри яҡтан үҫер, белем уртаҡлашыр, ижади тәжрибәләр яһар мөмкинлек бирә торған сараға әйләнергә тейеш. Тәүге “АРТ-Ҡоролтай” Башҡортостан ошо йәйҙә ҡаршылай торған Бөтә донъя фольклориадаһына үҙенсәлекле старт булды, тиергә мөмкин.