Еңеүҙәр еңел бирелмәй

Әлшәй районы етәкселеге һәләтле балаларға айырыуса иғтибарлы. Мәҫәлән, район мәҙәниәт йортонда уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән, шулай уҡ ижади эштәр менән шөғөлләнгән һәм спортта һынатмаған ҡыҙ һәм малайҙар өсөн слет ойошторолдо.

Әлшәй районы етәкселеге һәләтле балаларға айырыуса иғтибарлы. Мәҫәлән, район мәҙәниәт йортонда уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән, шулай уҡ ижади эштәр менән шөғөлләнгән һәм спортта һынатмаған ҡыҙ һәм малайҙар өсөн слет ойошторолдо.


– Беҙҙең уҡыусылар төрлө йүнәлештәге олимпиадаларҙа алдынғы урындарҙы яулай, ижади конкурстарҙа ҡатнашып, матур бүләктәр ала, йәш спортсыларҙың еңеүҙәрен телгә алыу артыҡ, – тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғариф бүлегенән. – Әлбиттә, ҡаҙаныштар нигеҙендә – уҡытыусыларҙың тынғыһыҙ хеҙмәте. Бынан тыш, ғаиләләге күркәм тәрбиәне лә күрмәй мөмкин түгел. Ә инде малай һәм ҡыҙҙар үҙҙәре сәмсел булмаһа, бер ниндәй ҙә уңыштар килеп сыҡмаҫ ине. Ысынлап та, уҡыусы балалар тырыш һәм белемле.
Сарала район хакимиәтенән вәкилдәр, мәктәп директорҙары, педагогтар, тренерҙар һәм ата-әсәләр ҡатнашты. Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин һөйләүенсә, еңел генә еңеүҙәр һәм яҙмыш бүләге булмай. Әгәр ҙә һәр бала үҙе ныҡышмал булмаһа, бындай еңеүҙәрҙе күрмәҫ тә инек.
– Киләсәктә лә һеҙ үҙегеҙ ошо талантығыҙҙы үҫтереүегеҙгә, яҡшы билдәләргә уҡыуығыҙға тулыһынса ышанам, – тине Дамир Радик улы. – Иң мөһиме, яуланған уңыштарҙан һуң бер ҡасан да туҡтап ҡалырға ярамай. Әйтәләр бит, ғүмер буйы белем эстәгәндәр генә уңышлы кеше һанала. Белеүебеҙсә, бөгөн беҙ һоҡланған билдәле шәхестәрҙең барыһы ла бәләкәйҙән ябай ғына түңәрәктәргә йөрөгән, төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан. Һеҙҙең алда бөтә ишектәр ҙә асыҡ!
Слет талантлы балаларҙың ҙур концерты менән тамамланды.
Читайте нас