Ноғман Мусиндың 90 йәше киң билдәләнәсәк

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был документҡа ярашлы...

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 90 йәшен билдәләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, быйыл әҙиптең оло юбилейына арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланған, уға Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов етәкселек итә. Комитет саралар планын утыҙ көн эсендә билдәләргә тейеш.
Бынан алда күренекле яҙыусының тыуған төйәге – Ишембай районы Ҡолғона ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбе яҙыусының исемен йөрөтәсәге тураһында билдәле булды. Был хаҡтағы Хөкүмәт ҡарарына 11 майҙа Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Ул документ та хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә тыуған. Әҙиптең "Һайлап алған яҙмыш", "Мәңгелек урман", "Зәңгәртауҙа – аҡ болан", "Яҙғы ташҡындар алдынан", "Таң менән сыҡ юлдарға", "Һуңғы солоҡ", "Шунда ята батыр һөйәге" романдары, бихисап хикәйә, повестары башҡорт әҙәбиәтен үҙ итеүселәрҙең яратҡан әҫәрҙәренә әйләнде.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас