Ил Президенты Владимир Путин Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовҡа Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы исемен биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйған.
Документта опера йырсыһының Рәсәй Федерацияһы Президенты эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле хеҙмәте билдәләнә.
16 майҙа А. Абдразаҡов тәүге режиссерлыҡ эшен – Жюль Масснеҙың “Дон Кихот” операһын – сәхнәгә сығарҙы, үҙе унда төп партияны башҡарҙы.
Талантлы яҡташыбыҙҙы дәрәжәле исеме менән ҡотлап, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.