Өфөлә - “XXI быуат славяндары” фестивале

23 майҙа Ағиҙел йылғаһы яры буйында республика кимәлендәге ҙур мәҙәни фестиваль үтә.

23 майҙа Ағиҙел йылғаһы яры буйында “XXI быуат славяндары” тип аталған ҙур мәҙәни республика фестивале үтә. Ул Славян яҙыуы һәм мәҙәниәте көнөнә бағышлана.
Ойоштороусылары - Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, “Башҡортостан рустары соборы” йәмәғәт ойошмаһы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто. Тантанала Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнаша ала.
Сәғәт киске 5-тә сәхнәлә Башҡортостанда йәшәгән славян халыҡтары вәкилдәренән торған ҙур хоровод башлана. Яр буйында төрлө зоналар эшләйәсәк. Ҡунаҡтар “Русское подворье” экспозицияһы менән танышыу мөмкинлегенә эйә. Славян йәрминкәһендә кәсепселәр һәм оҫталар ҡатнаша, ә ижади оҫтаханаларҙа теләгән һәр кем төрлө һөнәргә өйрәнеп ҡарай ала. Әҙәби зона ла эшләйәсәк. Унда шиғри программа, ҡыҙыҡлы викториналар ойоштороу ҡаралған. Әүҙем ял яратҡандарға спорт зонаһындағы сараларҙа ҡатнашырға мөмкин. Ғаилә менән ял итергә балалар майҙансығы эшләйәсәк. Унда кескәйҙәргә мауыҡтырғыс программа була. Байрам барышында фотозоналар, йәмәғәт туҡланыуы урындары эшләй.
Үҙәк сәхнәлә киске 11-гә тиклем матур концерт ҡуйыла, унда республиканың төрлө ижади коллективтары ҡатнаша. Санкт-Петербургтан ”Отава Ё” төркөмө килеүе лә көтөлә.
Славян яҙыуы һәм мәҙәниәте көнөнә бағышланған фестиваль байрам фейерверкы менән тамамлана.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас